ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Август 2021, 10:42

Берәҙәк эттәр һөжүм итә

Айтуған ауылынан билдәһеҙ йәнлектәрҙең йорт ҡоштарына һөжүм итеүе хаҡында хәбәр иттеләр. “Билдәһеҙ” тибеҙ, сөнки әлегә ҡуралағы тауыҡтарға ташланыусыны бер кем дә күрмәгән. Әммә айтуғандар үҙҙәре уларҙың берәҙәк эт булыуына шикләнмәй.

Берәҙәк эттәр һөжүм итә
Берәҙәк эттәр һөжүм итә

Айтуған ауылынан билдәһеҙ йәнлектәрҙең йорт ҡоштарына һөжүм итеүе хаҡында хәбәр иттеләр. “Билдәһеҙ” тибеҙ, сөнки әлегә ҡуралағы тауыҡтарға ташланыусыны бер кем дә күрмәгән. Әммә айтуғандар үҙҙәре уларҙың берәҙәк эт булыуына шикләнмәй.

Дүшәмбегә ҡарай төндә Зилә һәм Садиҡ Алтаевтарҙың ҡырҡҡа яҡын бройлер тауығын ҡанға туҙҙырып сығып киткәндәр .

-Иртән тороп, ҡураға инһәм, артыма йығылып китә яҙҙым: ошо арала һуйып алырбыҙ тип йөрөгән тауыҡтарыбыҙ ҡанға туҙышып ята, - ти хужабикә. - Ҡайғырҙым, әлбиттә.  Май айынан алып тәрбиәләп, күҙ ҡараһындай һаҡлап, хәстәрләп үҫтергән ҡоштарыңды бер төндә юҡ итһендәр әле. Күпме хеҙмәт һәм аҡса һалынды уларға. Хәҙер ем ҡыйбат бит. Быға тиклем дә тауыҡтарым юғала ине, илле тауыҡтың унға яҡыны юҡҡа сыҡты, ярай инде тинем, ҡул һелтәнем. Бройлерҙар бигерәк йәл! Һәр береһен 3-4 килограмдан һанаһаң да, хаҡы 1-әр мең һум булыр ине. Бына шулай, бер төн эсендә берәҙәк эттәр ғаиләбеҙгә 36 мең һум зыян килтерҙе. Хәҙер өндәшмәй ҡала алмайым. Берәҙәк эттәргә ҡарата сара күрергә кәрәк.

-Быға тиклем дә ауылда ҡош-ҡорт юғалғаны ишетелә ине. Әммә был хәтлем булғаны юҡ, - тип һүҙгә ҡушыла  Зилә апайҙың күршеһе Гөлнур Кинйәбулатова.

Бынан бер нисә йыл элек тә бер ғаиләнең ҙурайып бөткән ҡаҙҙарын эттәр тамаҡлап сығып киткәне билдәле. Быйыл тағы берәүҙең алты тауығын боғаҙлағандар. Ҡайһы берәүҙәр ҡарһаҡ йәки дала төлкөһө, йә иһә көҙән булыу ихтималлығын да күҙ уңында тота. Төлкө булыуы ла мөмкин. Уларҙың да йылдан-йыл кеше йәшәгән ергә яҡынайыуы мәғлүм барыбыҙға ла. Әммә күптәр йорт ҡоштарының күпләп юғалыуын берәҙәк эттәрҙән күрә. Быға тиклем һарыҡтарға ташланған осраҡтар ҙа булған.

Эйе, берәҙәк эттәр проблемаһы бөтә илдә кеүек Айтуғанда ла бар. Алтаевтарҙың бройлер тауыҡтарын быуған көндөң иртәһендә һунарсы Рафаэль Ғәлиев ферма янында дүрт эт күргән. Был мәсьәлә ауыл сходтарында ла күтәрелгән. “Атығыҙ шуларҙы, аттырығыҙ!”, - тип ҡысҡырғандар хатта. Әммә эйәһеҙ эттәргә бәйле дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән саралар быға тиклем нисек һөҙөмтәһеҙ булды, әле лә шулай дауам итә. Һәм был Мәләүез ауыл биләмәһендә генә түгел. Райондың бөтә тораҡ пункттарында тиерлек күҙәтелә.

Нисек кенә булмаһын, айтуғандар йорт ҡоштарына эттәрҙең һөжүм итеүенә урындағы власть ҡыҫылырға тейеш, тип уйлай, сөнки ауыл халҡының күбеһе тап ошо бройлерҙар, өйрәктәр, ҡаҙҙар алып, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә тәрбиәләп, үҫтереп, һатҡанын һатып, ашағанын үҙҙәре ашап көн күрә. Артабан да шулай дауам итһә, кемдең тағы ҡош-ҡорт алып, аҫырап эткә аҙыҡ итеп биргеһе килеп торһон. Был йәһәттән, ысынлап та, кисекмәҫтән сара күреү тураһында уйланырға урын бар.

 

Илмир УРАЗИНБӘТОВ, Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

-Берәҙәк эттәр буйынса халыҡтан үтенес булыу менән “Зеленхоз” йәмғиәтенә заявка биреп торабыҙ. Айтуғандарҙың һорауы буйынса ла мөрәжәғәт иткәйнек. Ойошма хеҙмәткәрҙәре барып ауыл территорияһын йөрөп сыҡты. Әммә тотоу түгел, бер эт тә күрмәй ҡайтты. Минең үҙемә лә осрағаны юҡ. Улар, күрәһең, көндөҙ ауылдан ситтә йөрөй. Был проблеманы мотлаҡ хәл итергә кәрәклеген тоябыҙ, тиҙҙән уҡыу башлана. Ҡотош мәктәбенә йөрөп уҡыған балаларға осрауы бар.

Берәҙәк эттәр тибеҙ, ҡайҙан килеп сыға һуң улар? Уларҙың да күптәренең ҡасандыр эйәһе булған. Антуан де Сент-Экзюпериҙың билдәле бер цитатаһы бар: “Беҙ эйәләштергәндәр өсөн яуаплы”. Тик кешеләр ошо хәҡиҡәтте онотто. Яуаплылыҡ булмай икән, эйәһеҙ эттәр проблемаһы ла бөтмәйәсәк. Был - беренсенән. Икенсенән, эт аҫраусыларҙың хоҡуғын һәм бурысын көйләгән аныҡ ҡына  системаның булмауы ла булышлыҡ итә. Һәм тағы йәнлектәрҙе яҡлаусы һәр төрлө ойошмаларҙың ҡыҫылышы ла юҡ түгел.

Форсаттан файҙаланып, тағы шуны әйтергә теләйем: ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы эт, төлкө, көҙәндән һаҡлау өсөн һарай-ҡураларҙы төҙөк тотоу, ишеге, тәҙрәһе ныҡлы булыуы мөһим. Йәнлектәр боҫоп, ҡасып инерлек сүп үләндәре, ҡыуаҡтарҙы юҡ итегеҙ, ҡаралтыларығыҙ яны таҙа булһын.

Рафаэль ҒӘЛИЕВ, һунарсы:

-Зилә һәм Садиҡ Алтаевтарҙың ҡоштарына эт һөжүм иткәнгә оҡшай. Берәү генә түгел, бер нисә булыуы ихтимал. Иртән иртүк барып күрҙем. Әгәр көҙән булһа, ул ҡоштарҙы быуып, тигеҙ генә итеп һалыр ине. Ә бында бройлерҙар төрлөһө төрлө урында, йөн-ҡаурыйҙары сәселеп, ҡанға туҙышып ята, таланған, ашалған урындары ла бар. Бында, әлбиттә, бер генә эт инмәгән, бер нисәү булыуы ихтимал. Әйткәндәй, дүшәмбе көндө иртән ферма янында дүрт бурҙайҙы күрҙем, шулар булыуы ла мөмкин.

Берәҙәк эттәр һөжүм итә
Берәҙәк эттәр һөжүм итә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: