Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Август 2021, 13:00

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

Йәй айҙарында уҙғарылған ауыл байрамдарын һәр кем һағынып көтөп ала. Бер тупраҡта аунап үҫкән, бер һуҡмаҡтан атлап киткән ауыл балалары, ваҡыт еткәс таралыша, тыуған ауылына ҡунаҡ булып ҡына ҡайта. Эсәр һыу, ейәр ризыҡ ситтә булғанға, осрашып күрешеүҙәр һирәк була шул. Йолаға әйләнеп киткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үҙенә йыя, үткәндәрҙе йылы хистәр менән иҫкә алырға мөмкинлек бирә. Уҙған шәмбелә был сара Рассвет ауылында ла гөрләп уҙҙы.

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

Йәй айҙарында уҙғарылған ауыл байрамдарын һәр кем һағынып көтөп ала.

Бер тупраҡта аунап үҫкән, бер һуҡмаҡтан атлап киткән ауыл балалары, ваҡыт еткәс таралыша, тыуған ауылына ҡунаҡ булып ҡына ҡайта. Эсәр һыу, ейәр ризыҡ ситтә булғанға, осрашып күрешеүҙәр һирәк була шул. Йолаға әйләнеп киткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үҙенә йыя, үткәндәрҙе йылы хистәр менән иҫкә алырға мөмкинлек бирә.

Уҙған шәмбелә был сара Рассвет ауылында ла гөрләп уҙҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында  Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмир Уранзинбәтов та бар ине. “Осрашып күрешеп, аралашып йәшәү - матур ғәмәл. Бындай саралар артабан да үткәрелһен ине”, - тине ул үҙ сығышында һәм байрамды уҙғарыу өсөн ҙур өлөш индергән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Александр Емелин һәм Александр Андреевҡа Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Үҙ сиратында  Александр Емелин сәхнә түрен биҙәгән, ауылдың тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандар тураһында бәйән итте. “Кеше ҡайҙа ғына эшләһә лә, тормошта ниндәй генә дәрәжә һәм уңыштарға ирешһә лә, бының менән ауылына, ауылдаштарына рәхмәтле булырға тейеш”, - тине ул. Әйткәндәй, байрам сараһына ауылдың йәш фермеры Денис Емелин немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә башын һалған яҡташтарына арналған стеланы рәткә килтергән, таҡтаташты ҡабаттан яһатҡан.

Тормош үҙгәрә, уның елдәре бәләкәй ауылдарға ла ҡағыла. Александр Анатольевич әйтеүенсә, 80-се йылдарҙа өйҙәр һаны әҙ булһа ла, уҡыусы балалар - күп, ауыл гөрләп торған. Һуңғараҡ мәктәп тә ябылған. Ауыл хужалығында хәлдәр башҡасараҡ. “Элек шул уҡ 1200 гектар майҙанда 12 механизатор тир түкһә, хәҙер күп эште яңы техника атҡара, эшселәр һаны ла өс тапҡырға әҙерәк талап ителә”, - тине ул.

Аҙаҡтан сәхнә түренә 50 йыл бергә ғүмер иткән Николай Валентина һәм Николай Гришаевтар саҡырылды. Улар татыу йәшәү сере менән уртаҡлашты, яңы йәш ғаилә усағын тоҡандырған Лунеговтарға изге теләктәрен еткерҙе. Үрҙә телгә алғандарға, ауылдың иң өлкән кешеһе Николай Астафьевҡа, шулай уҡ күп бала тәрбиәләгән Анастасия һәм Алексей Порфирьевтар, Раиса һәм Евгений Дәминовтар, Наталья һәм Сергей Корыткиндарға, белем биреү усағында тиҫтә йылдар йәш быуынды уҡытыуға бағышлаған педагогия ветерандары Миңзиә Овчинниковаға, Елена Емелина, ауыл хужалығында намыҫлы хеҙмәт күрһәткән хеҙмәтсәндәргә, сценарий төҙөп, халыҡ, ҡайтаһы ҡунаҡтар менән һөйләшеп, ҙур әҙерлек эше алып барған клуб хеҙмәткәрҙәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрамдан һәр кем күңел тулы шатлыҡ хисе менән таралышты.

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: