Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Октябрь , 15:00

Түтәл көҙҙән билдәләнә

Баҡсаларҙа уңыш йыйып алынып, йәйен йәшел ҡыярҙар ҡыҙыҡтырып үҫкән, ҡыҙыл помидорҙар бешкән, сағыу сәскәләр күҙҙең яуын алған түтәлдәрҙең барыһы ла ҡара тупраҡҡа әйләнгән мәле. Яҙға тиклем, яңы йәшелсәләр ултыртҡансы, ҡайһы түтәлдә нимә ултыртҡаны ла онотолор. Ә быны иҫләү бик мөһим, сөнки йәшелсәләрҙе билдәле тәртиптә сиратлап ултыртыу уңышҡа ҙур йоғонто яһай. Шуға күрә, киләһе яҙҙа ҡайһы түтәлгә нимә ултыртырға кәрәк икәнлеген быйыл билдәләп ҡуйыу хәйерле. Шулай итеп:

кәбеҫтәне - ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, иртә өлгөргән картуф, һуған үҫкән, кишерҙе -  иртә өлгөргән картуф, ҡыяр, помидор үҫкән,

сөгөлдөрҙө - кишер, һуған, иртә өлгөргән кәбеҫтә, ҡыяр, помидо үҫкән,

һуған менән һарымһаҡты - иртә өлгөргән кәбеҫтә һәм картуф, ҡабаҡ һәм ташҡабаҡ үҫкән түтәлгә ултыртыу һәйбәт һөҙөмтәләр бирә.

Ҡыуаҡтар ултыртҡанда түбәндәге кәңәштәрҙе тотоу ҙа зыян итмәҫ:

Ҡарағатҡа яҡын ултыртылған крыжовникта тут ауырыуы булмай. Алмағас эргәһендәге ҡурай еләге мулыраҡ уңыш бирә, һутлыраҡ эрерәк була. Ҡарағат төбөнә ҡомалаҡ ултыртһаң, ҡыуаҡ сирләмәй, уға ҡорт та төшмәй.

Түтәл көҙҙән билдәләнә
Автор:Аклима Имамова