Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Ноябрь 2021, 09:50

Ҡаҙ өмәһе гөрләп уҙҙы

Халҡыбыҙҙың бик күңелле байрамдары, ҡыҙыҡ йолалары бар. Боһорман ауылында шул ғөрөф-ғәҙәттәр бөгөн дә һаҡлана. Ҡаҙ һуйыуға бағышланған, боронғонан ҡалған халыҡ йолаһына әүерелгән байрамды Боһорман ауылының хеҙмәт һөйөүсән, ихтирамға лайыҡ ғаиләләрҙең береһе - Вәсилә һәм Мөҙәрис Хәйбуллиндарҙа ла уҙҙы. Өмә уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Ярҙамға килгән Светлана Әмирханова, Мәүсирә Вәлитова, Ғәшүрә Имелбаева, Эльвира Үҙәнбаеваның ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй.

Ҡаҙ өмәһе гөрләп уҙҙы
Ҡаҙ өмәһе гөрләп уҙҙы

Халҡыбыҙҙың бик күңелле байрамдары, ҡыҙыҡ йолалары бар. Боһорман ауылында шул ғөрөф-ғәҙәттәр бөгөн дә һаҡлана.

Ҡаҙ һуйыуға бағышланған, боронғонан ҡалған халыҡ йолаһына әүерелгән байрамды Боһорман ауылының хеҙмәт һөйөүсән, ихтирамға лайыҡ ғаиләләрҙең береһе -  Вәсилә һәм Мөҙәрис Хәйбуллиндарҙа ла уҙҙы. Өмә уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Ярҙамға килгән Светлана Әмирханова, Мәүсирә Вәлитова, Ғәшүрә Имелбаева, Эльвира Үҙәнбаеваның ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй.

Ә иң күңеллеһе, ҡаҙҙарҙы сайҡап ҡайтҡас, ҙур өҫтәл артында йыйылышып сәй эсеү булды. Йыуылған ҡаҙҙарҙы элеп инеүгә, өйҙә телеңде йоторлоҡ ит бәлеше,  һурпа  көтә ине. Ҡаҙ майында бешкән ҡоймаҡтар менән сәй эскәс, йыр-моңға маһир Хәйбуллиндар ҡунаҡтар менән күңелле көйҙәр һуҙҙы, кемдер хужабикәнең ҡул эштәре: шәлдәре, аллы-гөллө ултырғыс япмалары,  башҡорт халыҡ биҙәүестәренән түшелдерек, селтәрҙәренә ҡарап һоҡланды.

Вәсилә апай менән Мөҙәрис ағай - бик уңған - тырыш, егәрле пар. Йыл да ҡош-ҡорттан өҙөлмәй, тауығын, өйрәген, ҡаҙын, күркәһен дә үҫтерә. Бар эште лә еренә еткереп башҡара улар.

Ҡаҙ өмәһе күңелле булды, үҫтергән малдары хужаларға бәрәкәт килтерһен. Эште шулай күмәкләп йырлап, дәртләнеп башҡарһаң, әлбиттә, ул тиҙ ҙә, еңел дә үтеп китә, оҙаҡ ваҡыт һағынып һөйләрлек була. Икенсе йылдарҙа ла шулай иҫән-имен генә ҡаҙ өмәләрендә осрашырға яҙһын. Өмәселәр шундай өмөттәр менән таралды.

Ҡаҙ өмәһе гөрләп уҙҙы
Ҡаҙ өмәһе гөрләп уҙҙы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: