Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Февраль 2022, 15:05

Ҡулыңдан һөйөн

Юлдаш мәҙәниәт йортонда әүҙем генә “Оҫтабикә” түңәрәге эшләп килә. Унда йөрөгән тиҫтәнән ашыу йорт хужабикәләре, хаҡлы ялдағы апайҙар ҡорама тегергә өйрәнгән. “Күптән ҡыҙыға инек. Уның менән махсус шөғөлләнгән  оҫталарға мөрәжәғәт итеп торманыҡ, үҙебеҙҙең теген буйынса белгес  Бәширә Айытова бар. Дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡатмарлы эш түгел: туҡыма киҫәктәрен төҫө менән бер-береһенә яраштырырға кәрәк.Ҡорама өсөн тәбиғи туҡымалар яҡшы. Улар шыумай ҙа, ситтәре лә таралмай, йыуырға ла анһат.  Ҡорамалдан юрған, мендәр тыштары, хатта кейемдәр ҙә тегәләр. Беҙ япма тегергә өйрәндек”, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ишһарина. Юлдаш оҫтабикәләре гәзит уҡыусылары менән ҡорама тегеү серҙәре менән уртаҡлаша. Уның өсөн кәрәк:

Ҡулыңдан һөйөн
Ҡулыңдан һөйөн

 

Юлдаш мәҙәниәт йортонда әүҙем генә “Оҫтабикә” түңәрәге эшләп килә. Унда йөрөгән тиҫтәнән ашыу йорт хужабикәләре, хаҡлы ялдағы апайҙар ҡорама тегергә өйрәнгән. “Күптән ҡыҙыға инек. Уның менән махсус шөғөлләнгән  оҫталарға мөрәжәғәт итеп торманыҡ, үҙебеҙҙең теген буйынса белгес  Бәширә Айытова бар. Дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡатмарлы эш түгел: туҡыма киҫәктәрен төҫө менән бер-береһенә яраштырырға кәрәк.Ҡорама өсөн тәбиғи туҡымалар яҡшы. Улар шыумай ҙа, ситтәре лә таралмай, йыуырға ла анһат.  Ҡорамалдан юрған, мендәр тыштары, хатта кейемдәр ҙә тегәләр. Беҙ япма тегергә өйрәндек”, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ишһарина. Юлдаш оҫтабикәләре гәзит уҡыусылары менән ҡорама тегеү серҙәре менән уртаҡлаша.

Уның өсөн кәрәк:

иңе - 150, буйы 24 сантиметр булған дүрт төрлө туҡыма;

иңе - 150 сантиметр булған ике төрлө туҡыма. Береһенең буйы - 21, икенсеһенеке 28 сантиметр (былары ҡайма киҫеү өсөн);

буйы - 160, иңе 90 сантиметр булған бер ҡатлы синтепон;

япманың аҫҡы яғын тегеү өсөн иңе - 90, буйы 160 сантиметр булған туҡыма;

еп һәм өлгө өсөн ҡатырға киҫәге.

Әҙер япманың буйы - 158, иңе - 86 сантиметр.

Эш барышы:

Ҡатырғанан 12 x 12 сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡ киҫеп алабыҙ. Ул беҙгә туҡымаларҙы шаҡмаҡлап ҡырҡыу өсөн кәрәк, сөнки линейка менән үлсәп ултырыу ваҡытты ала.

Туҡыманы бер ҡатлап, һул яғын өҫкә ҡаратып өҫтәлгә һалабыҙ ҙа, өҫтөнән ҡатырға киҫәге ҡуйып, ҡәләм менән ситенән һыҙып сығабыҙ. Ҡәләм эҙенән туҡыманы киҫәбеҙ.

Әлегә өс төрлө туҡыманы ғына ҡулланабыҙ. Уларҙың төҫө лә, биҙәге лә бер-береһен асып, тулыландырып торорға тейеш. Асыҡ төҫтәге япма күҙҙе “иркәләр”.

 Киҫәктәр бер-береһенә зигзаг йөй менән ялғана. Һәр береһен тегеп тоташтырған һайын үтекләп ҡуябыҙ: ҡораманың бөхтә килеп сығыу сере шуға бәйле.

Урта өлөш:

Ул 22 шаҡмаҡтан һәм 20 өсмөйөштән төҙөлә. Башта икешәр шаҡмаҡты бер-береһе менән тоташтырабыҙ. Өсмөйөштәрҙе үҙ-ара теккәс, ҙур бер дүртмөйөш хасил була.Уны ромб рәүешендә һалабыҙ.

Шуға башҡа шаҡмаҡтарҙы ялғайбыҙ. Аҫҡы  һәм өҫкө яҡта, сит шаҡмаҡ араларына өсмөйөштәр тегелә. Һөҙөмтәлә иңе - 33, буйы 128 сантиметр булған дүртмөйөш килеп сыға.

 

Ситен тегеү барышы:

Дүрт төрлө туҡыманан 12 x 12 ҙурлығында һигеҙәр шаҡмаҡ киҫәбеҙ. Уларҙы диагональ буйынса ике өсмөйөшкә бүләбеҙ. Төрлө туҡымаларҙан тегелгән дүрт өсмөйөштө бергә тоташтырып, 16 шаҡмаҡ тегәбеҙ. Теккәндә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки өсмөйөштәр бер тәртиптә ялғана. Шаҡмаҡтың ҙурлығы - 16x16 сантиметр.

Һигеҙ шаҡмаҡты горизонталь буйынса тегеп тоташтырабыҙ - киң генә таҫма килеп сыға. Ҡалған һигеҙ шаҡмаҡтан да таҫма тегәбеҙ. Был таҫмалар урта өлөштөң ике ситенә ялғана.

Әлегә ҡағылмайбыҙ тигән туҡыманың береһенән иңе - 7, оҙонлоғо  71 сантиметр булған ике таҫма киҫәбеҙ (ҡырҡырға тотонғансы, үҙегеҙҙең япманы үлсәп, оҙонлоғон тәғәйенләгеҙ, сөнки беҙ биргән үлсәм тура килеп бөтмәҫкә мөмкин).

Таҫмаларҙы япманың баш-баштарына тегеп ҡуябыҙ.

Шул уҡ туҡыманан киңлеге - 7, оҙонлоғо 131 сантиметр булған ике таҫма киҫеп алып, уларҙы япманың ике ситенә тоташтырабыҙ. Икенсе туҡыманан да шундай уҡ дүрт таҫма киҫергә кәрәк:  уларҙың киңлеге 7  булһа, оҙонлоғо 85 сантиметр, ҡалған икеһенеке  - 142 сантиметр. Һуңынан япманың ситенә тегелеп ҡуйыла.

Хәҙер инде япма ҙурлығында синтепон һәм тотош туҡымалы аҫлыҡ  киҫергә кәрәк. Уның үлсәме япма ҙурлығына тап килә.

Йыйыу тәртибе:

Аҫлыҡты уң яғы менән өҫкә ҡаратып, иҙәнгә йәйеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә һул яғын ҡаратып, ҡорама япманы һалабыҙ. Ҡорама өҫтөнән синтепон түшәйбеҙ. Тегеү энәһенә еп һаплап, өс ҡатын да япма сите менән эләктереп сығабыҙ. Аҙаҡтан шул эҙҙән машина менән тегеп сығабыҙ.

Япманы уң яғына әйләндереү өсөн аҫҡы яҡта бер араны текмәй ҡалдырабыҙ. Һуңынан уны белендермәй генә тегеп ҡуябыҙ. Иң аҙаҡтан япманы яҡшылап үтекләргә кәрәк.

Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.

Һүрәттә: “Оҫтабикә” түңәрәге ағзалары.

 Фото архивтан.

Ҡулыңдан һөйөн
Ҡулыңдан һөйөн
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: