ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Июнь 2022, 15:50

Үрнәк ғаилә

Эй үҙебеҙҙең яҡта алсаҡ, тырыш кешеләр йәшәй ҙә инде. Ҡотлобулат ауылында Миңзәлә менән Әмир Абдулғәниевтарҙың ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ!

 

Эй үҙебеҙҙең яҡта алсаҡ, тырыш кешеләр йәшәй ҙә инде. Ҡотлобулат ауылында Миңзәлә менән Әмир Абдулғәниевтарҙың ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ!

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырған арала ғына мин улар менән танышып сыҡтым.

Бөтә илгә билдәле төҙөлөштәр барған ваҡытта, 1982 йылда әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ғына егет, Ҙур Моҡас ауылы ҡыҙы Миңзәлә менән Яңы Уренгойға эшкә китә. Йәш пар матур ғаилә ҡора, Фидан менән Илгиз исемле ике ул үҫтерәләр. Ғаилә башлығы - иретеп йәбештереүсе, монтажсы, ҡатыны келәт мөдире булып эшләй.  “Ҡаланың төҙөлә башлаған осоро, тимер вагончиктарҙа йәшәнек, юл бәйләнеше юҡ ине ул заманда”, - тип хәтерләй Миңзәлә Фәрит ҡыҙы. Хужабикәне тыңлап, себер яҡтарында аҡсаны көрәп тотторалар, тип уйлаусылар ныҡлы хаталана, тигән уйға килдем. Тундрала ҡышын 60 градус һыуыҡ көндәр ҙә булғылай, түҙеп ҡара әйҙә! Тормош һынауҙарына бирешмәй, тиҫтә йылдар Яңы Уренгойҙа ғүмер итә улар. Сит ҡитғаларҙа ял итеүгә ҡарағанда йәйге осорҙа отпуск мәлендә тыуған  Башҡортостанына ҡайтыуҙы хуп күргән Абдулғәниевтар тыуған ауылында йорт күтәреп сыға һәм, ниһайәт, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2013 йылда бөтөнләйе менән күсеп ҡайта. Тырыш ғаилә етеш тормошта йәшәй. Уларҙың тормош һөйөүсәнлегенә, егәрлелегенә, тилберлегенә, кешелеклелегенә, ярҙамсыллығына  хайран ҡала ауылдаштары.  Күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, йәшелсә баҡсалары ҙур. Миңзәлә апай сәскә үҫтерергә ярата, ҡуш эшенә оҫта. Әмир Әлфир  улы  ауыл ерендә эшләрлек бай техника туплаған, мал-тыуарҙарына үҙҙәре бесән әҙерләй. Ярҙам һорап килгәндәрҙе бороп сығармай.

Лилиә ТӘҮХИТОВА,

Боһорман ауылы.

Һүрәттә: Миңзәлә менән Әмир Абдулғәниевтар башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдарҙан өҙөлгәне юҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: