Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Июнь 2022, 11:51

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Күптән түгел Ерек менән Түбәнге Таш ауылы халҡы берләшеп, Таллы итәге­нә байрамға йыйылды. Халыҡ бындай осрашыу, күрешеүҙәрҙе ныҡ һағынған. Ҡул биреп кенә түгел, һәр кеше ҡосағын йәйеп ҡаршы алды бер-береһен. 

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Уҙған быуатта Таллы байрамына ун бишләп ауылдан Нөгөш, хатта Иҙел буйы­нан да килер булғандар. Был йыйын йолаға әйләнеп, илленсе йылдарға тиклем дауам иткән. Ул заманда ошо тау итәгендә Сиражетдин менән Ғәзимә, Нурғәли менән Фәүзиә, Фатима ме­­нән Ғарифулла табышҡандар һәм ныҡ­лы ғаилә ҡороп, ғүмер буйы бергә йәшәгәндәр. Ниндәйҙер сәбәп менән онотолоп ҡалған байрам быуат башында тергеҙелеп, уҙғарылды, тик илдә эпидемия башланыу сәбәпле тағы ла кисектерелде. Ниһайәт, был йола быйыл үткәрелде.

Клуб мөдире Тәнзилә Яҡупова Таллы байрамы үткәрергә тәҡдим яһағас та, иң беренселәрҙән булып әҙәпле, өлгөлө ғаиләле ауыл старостаһы Салауат Сади­ҡов, Гүзәл һәм Ғилметдин Күсмәевтар, Рәйлә Оморҙаҡова, Таһир Күсмәев, Миләүшә Яҡшыева, Гөлназ Оморҙаҡова, Вәсилә Күсмәевалар битараф ҡалманы, спонсорҙар табып, уны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте.

Күптән түгел Ерек менән Түбәнге Таш ауылы халҡы берләшеп, Таллы итәге­нә байрамға йыйылды. Халыҡ бындай осрашыу, күрешеүҙәрҙе ныҡ һағынған. Ҡул биреп кенә түгел, һәр кеше ҡосағын йәйеп ҡаршы алды бер-береһен. Туғандарын, дуҫ-ишен һағынған ауылдаштар ҙа, эшләп ялға ҡайтҡан йәштәр ҙә, тәғә­йен урынға иртүк килеп етеп, ҡаҙан аҫыр­ға, сәхнә биҙәргә, тирмә ҡорорға ярҙамлашты.

Әбет ауылы биләмәһе башлығы Фәнир Үмәрғәлин байрамды асып ҡотлау сә­ләм­дәре еткерҙе: ”Туғандар, дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ысын күңелдән яратам. Тырыш, матур йәшәүегеҙгә ҡыуанам. Шулай һәр саҡ бергә, берҙәм булып ҡалайыҡ!”- тине.

Байрамға һәр кем күстәнәс менән килгәйне. Шағирә Мәрйәм Күсмәева үҙенең өр-яңы китабы менән таныштырып,                                       тыуған еренә арналған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.

Ата-әсәһе Түбәнге Ташта ғүмер итеп, оҙаҡ йылдар Ергәндә колхоз рәйесе бу­лып эшләгән Марат ағай Вахитов та, Ҡотлобулатта йәшәгән күп йылдар бригадир вазифаһын тартҡан ҡустыһы Юлай Тимер­йән улы ла һағынып килеп еткәйне. Улар ҙа хис-тойғоһо менән уртаҡлашты, байрамға бәҫ өҫтәне.

Ҡайһы тарафтан ғына яңғыраманы икән ул көндә ҡотлау сәләмдәре. Боһормандан Флүрә менән Фәйез Бикташевтар, Әбеттән “Нурлы” йыр ансамбле, Еректән Камилә менән Лиана Үҙәнбаевалар, Эльза Оморҙаҡова йырлап сәләмләһә, Боһормандан Азалия Хәсәнова яңғыҙ бейеп, Әбеттән “Әбет сәскәләре” (етәксеһе Миләүшә Бикҡужина) ансамбле сығышы күңелдәрҙе елкендерҙе. Алина Ғәбдрәшитова Фәтҡулла Комиссаров шиғырын, Самира Садиҡова һәм Нәркәс Яҡшыева Сәлмән Яҡупов шиғырҙарын яттан һөйләне.

Бүләкһеҙ ниндәй байрам булһын? Ике ауылдың иң оло кешеһе, икеһе лә туҡһанды үткән Асия Күсмәева, То­ломғужа Үтә­шев, илле йылдан ашыу та­тыу йәшәгән Сәғүрә һәм Хәбибулла Садиҡовтар, ҡырҡ йыл бергә ғүмер иткән Рәйлә һәм Фәтҡулла Оморҙаҡовтар, Миңнур һәм Рәмил Үтәшевтар, күп бала тәрбиәләүсе Гүзәл һәм Илһам Имелбаевтар, Фәнүзә Үҙәнбаевалар иҫтәлекле бүләк алды, ҡотлауҙар ҡабул итте.

Матур йырҙарын башҡарып, Рөс­тәм Оморҙаҡов байрамды музыкаль яҡтан биҙәне. Таһир Күсмәев балаларға төрлө уйындар ойошторҙо, уларға ла бүләктәр тапшырылды.

Ике йөҙләп кеше йыйылған ҙур табынға былау, балыҡ һурпаһы ла хуш килде. Ҡуҙ һалып ҡайнатҡан самауыр сәйе лә яланда эсеп туйғыһыҙ тәмле булды. Ололар ит менән һыйлаған фермер Ғүмәр Иҫәновҡа, балыҡ тотоп килтергән Түбәнге Таш егеттәренә ҙур рәхмәтен бел­дереп хушлашты, ә йәштәр байрамды ауыл клубында таң атҡансы йырлап-бейеп дауам итте. Ауылдаштар киләһе йыл да осра­шырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.

Автор фотоһы.

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: