Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
5 Июль 2022, 12:50

Эткә көн төштө

Һуңғы осорҙа урман йәнлектәре тағы ауылдарҙағы ҡош-ҡортҡа һөжүм итә башлаған. Бындай хәбәр көн дә ишетелеп тора. Боһорман ауылында йәшәгән Лилиә  Тәүхитова әйтеүенсә, хужабикә тауыҡ-күркәләрҙе һаҡлар өсөн, махсус ике эт тота. “Эттәрҙең ярһып, ярылып өргәненә фонарь тотоп тышҡа сыҡһам, баҡса уртаһында өркмәй ҙә төлкө тора. Мин тауышланғас ҡына, эҙе һыуынды”, - ти ул.

 

Урманға яҡын йәшәгән ауылдарҙа төлкөләрҙең йыш ҡына “ҡунаҡ”ҡа килеүен булыуын ишетеп беләбеҙ. Кешенән дә ҡурҡмай, инәһе балаларын эйәртеп һунар итергә өйрәтә. Элегерәк улар яландарҙа ҡалған кәбән, эҫкерт тирәһендәге сысҡандар менән туйына инеләр. Ә хәҙер ауыл халҡы мал аҙығын йәйҙән ҡураға ташый.

Һуңғы осорҙа урман йәнлектәре тағы ауылдарҙағы ҡош-ҡортҡа һөжүм итә башлаған. Бындай хәбәр көн дә ишетелеп тора. Боһорман ауылында йәшәгән Лилиә  Тәүхитова әйтеүенсә, хужабикә тауыҡ-күркәләрҙе һаҡлар өсөн, махсус ике эт тота. “Эттәрҙең ярһып, ярылып өргәненә фонарь тотоп тышҡа сыҡһам, баҡса уртаһында өркмәй ҙә төлкө тора. Мин тауышланғас ҡына, эҙе һыуынды”, - ти ул. Хәйләкәр кейек барыбер ауылдан табышһыҙ китмәгән, яр буйында йәшәгән берәүҙәрҙең ете тауығын ҡырған. Һарай нигеҙен ҡаҙып та, ҡош-ҡортто боғаҙларға мөмкин төлкө. “Йорт хужалары иртәнсәк тышҡа сыҡһа, ҡытҡылдаҡтарға юл тапмаған йәнлек һарай башында баҫып ҡарап тора”, - ти гәзит уҡыусыбыҙ. Юха Ҡотлобулат ауылында һунарсы Фәнил Мөхәмәтшин ҡуйған ҡапҡанға эләккән, тәпәйе өҙөлөп ҡалған, тиҙәр. Ә һеҙ төлкөнән ҡотолоуҙың ниндәй ысулдарын беләһегеҙ?

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: