Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
7 Июль 2022, 11:43

Йәмле лә һуң йәйҙәре һәм самауыр сәйҙәре

Хозур, һоҡланғыс Нөгөш буйында уҙған был байрамдың исеме есеменә тура килде. Тәмле ризыҡтан һығылған өҫтәлдәргә боҫо борлап торған биш самауыр теҙеп ҡуйылды, килгән халыҡ рәхәтләнеп сәй эсте, ҡунаҡ булды.

Йәмле лә һуң йәйҙәре һәм самауыр сәйҙәре
Йәмле лә һуң йәйҙәре һәм самауыр сәйҙәре

Хозур, һоҡланғыс Нөгөш буйында уҙған был байрамдың исеме есеменә тура килде. Тәмле ризыҡтан һығылған өҫтәлдәргә боҫо борлап торған биш самауыр теҙеп ҡуйылды, килгән халыҡ рәхәтләнеп сәй эсте, ҡунаҡ булды.

Сараны еренә еткереп ойоштороп, бына тигән итеп алып барған ауыл клубы мөдире Флүрә Бикташева тәүге һүҙҙе Әбет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлинға бирҙе. Ҡунаҡтарҙы һәм Ҡотлобулат кешеләрен етәксе ялан яңғыратып йырлап сәләмләне.

Был осрашыу хаҡында яҙыуым юҡҡа ғына гөрләп торған самауырҙан башланманы, сөнки Ҡотлобулат килен­дәре ең һыҙ­ғанып ярышырға әҙерләнеп килгән икән.

Ауылдаштар байрамды “Самауыр байрамы” тип атап, төбәктең иң уңған, иң  аҡыллы, иң оҫта килендәренең ярышын ҡараны. Башта улар үҙҙәре менән та­ныштырҙы, ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бир­ҙе.

Береһенән-береһе матур, ҡояш нурҙарында балҡып торған самауырҙар яланға тәмле еҫтәрен таратып ҡайнап сыҡҡансы сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Рөстәм Оморҙаҡов “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!” тип йырлап, уңған килендәрҙе бейергә төшөрҙө. Самауырҙар ҡайнап сыҡҡас заманса биҙәлгән өҫтәлдәргә баһа бирелде. Ошо ауыл ҡыҙҙары, уҡытыусылар, мәғариф алдынғылары Тәнзилә Малабаева һәм Сажиҙә Муллағолова ярышҡан килендәргә тик «бишле» билдәләре генә ҡуйҙы. Шулай ҙа самауырҙы беренсе булып Римма Мөхәмәтшина ҡайнатты һәм әхирәттәренән аҙ ғына алға сыҡты.

Конкурсанттар береһенән береһе уңға­ныраҡ булып сыҡты. Өс килендәш Мөхәмәтшиналар:  Таңһылыу ”Бишбармаҡ” бейе­үен оҫта башҡарҙы, шөғөлө һөт-ҡаймаҡ һатыу икәнен һөйләп ишеттерҙе; Лилиә үҙе теккән күлдәктәрен, һуҡҡан балаҫтарын күрһәтте, йырлап та ҡыуандыр­ҙы; ашнаҡсы булып эшләгән Римма үҙ йырын яңғыратты.

Миңзәлә Әбделғәниева “Яҙмыш” исемле шиғырҙы һөйләп ишеттерҙе, тормош иптәше Әмир гармунда уйнап, ҡушылып йырлап, яратҡан ҡатынына ярҙам ҡулын һуҙҙы. Миңнур Ҡунаҡбаева моңло йыр йырланы. Ауылдаштары еләк-емештең, бәшмәктең ҡайҙа, ҡасан өлгөргәнен унан ғына ишетеп-белеп сығабыҙ урманға тип, маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.

Ауыл йырсылары, ҡунаҡтар араһында ла йыр конкурсы ойош­торолоп, ярышта “Гәлсәр һандуғас” исеменә Ирек Мираҫов ла­йыҡ булды. Мәләүез ҡунағы Гөлсәсәк  Солтанғолова, Боһормандан Фәиз Бикташев йыр башҡарһа, Әбет ауылынан Миләүшә Бикҡужинаның  ҡыҙҙары бейеү тәҡдим итте.

Килендәр ярышына баһа биреү бик ҡатмарлы булып сыҡты, сөнки  ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, бер нисә көн репетицияға йөрөп, тап артистар кеүек йырлап, бейеп торған  ҡатындар барыһы ла еңеүсе ине был байрамда. Гран-при самауыры иң алдан ҡайнаған Римма Мөхәмәтшинаға булһа, башҡаларға ла иҫтәлеккә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Туҡһан йәшен билдәләгән Әминә апай Абдуллина ла бейеме менән ҡырҡ йылдан ашыу бергә йәшәгән, әлеге көндә балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп ултыра, ул да иҫтәлеккә бүләк алып шатланды. Сараны уҙғарыуға матди ярҙам иткән ошо ауыл ҡыҙы Гөлнур Туҡаеваға, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлинға, ойоштороусы Флүрә Бикташеваға сикһеҙ рәхмәт еткерҙе ауылдаштар.

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: