ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 16:15

“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды

Кемдекеләр? Үҙебеҙҙекеләр! Рәхмәт барығыҙға ла!

“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды

Бөгөн иртәнсәктән редакция ишеге бер ҙә ябылманы, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. “Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан яугирҙәргә Смаҡ мәктәбе башланғыс класс уҡыусылары бар күңел йылыһын һалып һүрәт төшөрҙө. Уҡытыусы Ғәлиә Рафаэль ҡыҙы Йәнбирҙина ҡайнатып ҡуйыртылған һөт әҙерләне. Педагогтар коллективы сөсө күмәс, печенье  бешерҙе”, - ти Гөлнара Бикбулатова,  водитель Рәфис Шәрипов “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәре эшләгән яҡҡа маскировкалау селтәрен индергән арала. Кинйәбикә Юлмөхәмәтова менән ауыл ағинәйҙәре лә үҙ ҡулдары менән бешергән ризыҡты килеп ҡалдырsg китте. Әйткәндәй, беҙ үҙебеҙ - “Көнгәк” гәзите хәбәрселәре акцияны башлап ебәреп,  бар күңел йылыһын ҡушып, урындағы фермерҙар етештергән тирмән ононан күмәс бешерҙек.

 Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә тигән  күстәнәстәр йәшникләп килә лә килә. Аптраҡ ауылы халҡы бешергән күстәнәстәрҙе биләмә башлығы Фидан Юлтимеров, Һарыш ауылы халҡы бешергәнен мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйлә Әлмөхәмәтова, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхананың әйҙәүсе белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина индереп сыҡты. Тағы ла Һарыштан йәш фермер, шәп егет Динар Ханнанов, яҙыусы Гөлнур Шәрипова яугирҙәргә бауырһаҡ алып килгән, Бельский ауылынан Рима Сәитбатталова был юлы ла көнө-төнө бешеренгән. “Беҙҙең ауыл апайҙары Гөлнур Ҡотлобаева, Закира Байгилдина, Нурия Тойғолова әҙерләгән сөсө икмәкте иртәгә алып барырмын”, - тип шылтыратты Шәрип ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Үҙәнбаева. Рәхмәт барығыҙға ла, изге теләктәр юрап бешергән ризыҡтар махсус хәрби операциялағы барып етеп, яугирҙәрҙең күңелен күтәрһен, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, тип теләйбеҙ.

“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
“Сөсө икмәк” акцияһына бар район халҡы ҡушылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: