Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Сентябрь 2025, 22:10

“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла

Ватанды һаҡлаусылар фондының республика филиалы инвалид ветерандарҙың торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы дауам итә. Яугирҙәрҙең торлаҡтарын тикшереү өсөн социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә райондар буйлап йөрөй. Ветерандарҙың торлағын яраҡлаштырыу маҡсатында  “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы тәрбиәләнеүселәрҙе планшетҡа йәки смартфонға тоташтырылған “Аҡыллы йорт” системаһын, кухня өсөн махсус мебель, урынлаштыра, махсус һауыт-һаба һәм робот саң һурҙырғыс менән тәьмин итә, хәүефһеҙлек өсөн төтөн һәм газ датчиктары ҡуя.

“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла
“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла

Яңыраҡ Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы вәкиле Максим Кожухов, “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов, социаль координаторҙар Альбина Арыҫланова, Ләйсән Мәхмүтова, Мәләүез районы һәм ҡалаһы инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин комиссия составына ингән район вәкилдәре махсус хәрби операция ветераны Илшат Әлимғужиндың торлағын ҡараны. Кәрәкле документтар йыйырға һәм торлаҡты яраҡлаштырырға ғариза ебәрергә социаль коориданторҙар ярҙам иткән.  “Шулай уҡ ветеранға махсус кресло-коляска, протездар биреләсәк, махсус карауат, инвалид өсөн махсус ванна урынлаштырыласаҡ”, - ти Ләйсән Мәхмүтова менән Альбина Арыҫланова.

 

“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла
“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла
“Лимузин” позывнойлы яугирҙең фатиры яраҡлаштырыла
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас