Мәрйәм һәм Сәләхетдин Аҡбирҙиндар ғаиләһендә һигеҙ бала араһында бишенсеһе булып үҫкән ул. Өй эсе күңелле бала-саға тауышынан яңғырап торған. Ҡул араһына эшкә ингәндәр фермала быҙау ҡараусы әсәһенә ярҙамға барған, бишәр гектар сөгөлдөр баҫыуын да эшкәрткән. Һигеҙенсе класты Ҡотошта, унынсы класты Мәләүез ҡалаһында уҡып бөткәндән һуң, ул Салауат медицина училищеһын тамамлаған.
Ҡотош, Бәләкәй Моҡас, Айтуған ауылдары халҡының сәләмәтлеге һағында торған. Техника юҡ заманда, йәйен-көҙөн велосипедта йөрөп, уколын да ҡаҙаған, системаһын да ҡуйған, бәпес тә ҡабул иткән, кәрәкле кәңәшен дә биргән. Әнисә Сәләхетдин ҡыҙының 36 йыл ғүмере яҡташтарын хеҙмәтләндереү менән үткән.
Тормош иптәше Нәжип Миңлеғәле улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Алты ейән-ейәнсәргә өләсәй ул. Ҡайтып хәл-әхүәлен белеп торалар яҡындары. “Донъябыҙҙың тотҡаһы ул булған ирем, атлап йөрөмәне гел йүгереп йөрөнө”,- тип алты йыл элек баҡыйлыҡҡа күсеп, яңғыҙын ҡалдырған яҡынын яҡты һүҙ менән иҫләй апай. Дүрт стенаға бикләнеп ҡалмаған Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы, аяғына операция эшләткәндән һуң да эшһеҙ ултырырға яратмай. “Бәләкәйҙән ойоҡбаш, шәл бәйләргә, күлдәк тегергә өйрәндем. 50 йәшемә улым машинка бүләк иткәйне. Оҫталыҡ бөгөн дә кәрәкте: яугирҙәр ямғыр үткәрмәй торған йылы салбар һорай. Тәүге мәлдә Фәрхәнә еңгә менән балаклава урынына күкрәксә, ике бармаҡлы бейәләй, госпиталгә ҡыҫҡа ҡуңыслы ойоҡ бәйләнек, унан тыш каска өҫтөнән кейергә махсус япма үрҙек, эске кейем тектек”, - ти Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы.
Әнисә апай ауыл халҡы, яҡташтары килтергән йөндән ойоҡбаш бәйләгән. “Иҫән-һау еңеп ҡайтығыҙ, һеҙҙе өйҙә балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, атай-әсәйегеҙ көтә, фәрештәләр үҙегеҙҙе һаҡлаһын, һеҙ - беҙҙең геройҙарыбыҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ” тигән күңеленән сыҡҡан иң яҡшы теләктәрҙе, Илназ Бах музыкаһына яҙылған “Иҫән ҡайтығыҙ” йырының һүҙҙәрен, һәр ойоҡбаштың эсенә яҙып һалған. Ауылдаштары ла был өлгөгә ҡушылған.
“Йөрәк ҡушыуы буйынса”, “Хәрби туғанлыҡ” ирекмәндәр хәрәкәте чатында торған Әнисә апайға Леший костюмы өсөн яугирҙәрҙең рәхмәтен ишетеүе дәрт биргән. Уҡыған доғаларығыҙ, теккән-бәйләгән кейемдәрегеҙ яугирҙәрҙе һаҡлап йөрөтһөң, Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы, беҙ ҙә һеҙҙең теләктәргә ҡушылабыҙ.