Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Ноябрь 2025, 12:20

Ауыл халҡына рәхмәт!

Махсус хәрби операция башланыу менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапхана, һәм ағинәйҙәр ойошмаһы берләшеп “Изгелек” ойошмаһы төҙөгән

Ауыл халҡына рәхмәт!
Ауыл халҡына рәхмәт!

Башта ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләр өсөн еп алып ҡайталар. Уны ауыл халҡына таратып, әҙер әйберҙәрҙе бергә йыйып ебәрәләр. Масксеткалар үреү тәүге саҡта ҡыйын булһа ла, башлаған эште ташламайҙар, ә көндән-көн оҫтара бара иштуғандар.

- Беренсе мәлендә төрлө тауарҙар халыҡтан йыйып, уны буяп, шунан ғына үрә инек, - ти Сәүиә Йәнбирҙина.- Хәҙер инде оҫтарып алғас, эш күптә тиҙерәк бара.

Ойошманың беренсе етәксеһе Гөлшат Мәһәҙиева үҙ йөрәге менән янып торған. Масксеткалар эшләр өсөн тауарҙар алып ҡайта, “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәре менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Ике йыл дауамында ялһыҙ эшләй, шул ваҡыт эсендә дөйөм тырышлыҡ менән 300 пар ойоҡбаш, 150 бейәләй, 30 сетка оҙатыла. Маскировка селтәрҙәрен миҙгеленә ҡарап, төрлө төҫтәрҙә үрәләр: ҡышҡыһын -аҡтан, йәйгеһен - йәшелдән, яҙлы-көҙлө - ала-ҡоланан. Баҡыйлыҡҡа күскән Гөлшат Сынтимер ҡыҙы башлаған эште ауылдаштары дауам итә.

Аҙаҡ етәкселекте Флорида Булатова үҙ өҫтөнә ала, ә бөгөнгө көндә Афган һуғышы ветераны Флүр Әминев был эште башҡара.

- Аҙна һайын масксеткалар, шәмдәр эшләп, кейемдәр һәм ризыҡтар ебәреп торабыҙ. Бауырһаҡ, туҡмас, сөсө икмәк йыйылып эшләйбеҙ. Госпиталда булған яугирҙәрҙе лә хәстәрләйбеҙ, - ти Флүсә Әминева. - Ауыл халҡы бик әүҙем. Баҡса эштәре, өмәләр бөткәс, ҡатындар күберәк килә башланы, эшебеҙ ҙә артты, тимәк ярҙам да күберәк ебәреләсәк.

Иштуған ҡатындары 52-се сетканы үреп бөттө, ойоҡтар һаны 500-ҙән ашҡан. “Изгелек” ойошмаһы ағзалары мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша, ике тапҡыр Аптыраҡ, Һарыш һәүәҫкәрҙәре менән хәйриә концерты әҙерләгән.

Махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған ауылдаштарҙың ата-әсәһен дә барлыҡ сараларға саҡыралар. “Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ил батырҙарын онотмау һәм ата-әсәләре, ғаиләләре, балалары тураһында даими хәстәрлек күреү”, – ти Флүсә Кәлимғол ҡыҙы.

Һалдаттар яҙмышына битараф ҡалмай, ил һаҡсыларын хәстәрләгән, еңеүҙе яҡынайтҡан мәрхәмәтле йөрәкле, егәрле Иштуған ирекмәндәренең һәр береһенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Автор: Гульназ Салаватова
Читайте нас