Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Ғинуар , 15:00

Илһөйәрлек – уның ҡанында!

Махсус хәрби операцияның башланғанына февраль айында дүрт йыл була. Ошо осорҙа башта яуға киткән яугирҙәр, гуманитар ярҙам  иткән яҡташтар, яраланып ҡайтҡан ҡаһармандар, уларға күрһәткән дәүләт ярҙамы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырып торабыҙ. Ошо көндәрҙә “Агроном” ҡушаматлы ветеран менән әңгәмәләшеп, егерме йылдан ашыу Салауат исемендәге хужалығында үҫемлекселек өлкәһендә эшләгән Рөстәм Рәмил улының  ни сәбәпле үҙ теләге менән яуға барырға ҡарар итеүе сәбәбен асыҡларға тырыштым.

Инһөйәрлек – уның ҡанында!
Инһөйәрлек – уның ҡанында!

“Миңә әрме хеҙмәте үтергә яҙманы. Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгәндә өйләндем, гөрләтеп туйҙар үткәрҙек, унан улыбыҙ тыуҙы. Әммә ил һағында  үҙемдең хәрби бурысымды үтәү хыялы тынғылыҡ бирмәй торғайны.  Бөйөк Ватан һуғышында  Сталинградтан  Берлинғаса барып еткән, “Ҡыҙыл йондоҙ”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Сталинград оборонаһы өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән наградланған   олатайым Барыев Ғәйфулла Төхвәт улының батырлығы ла миҫал булып торҙо”, – ти ул.

Беренсе тапҡыр контракт буйынса хеҙмәткә юлланғанда, ул Өфө ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың батальоны Камчатканан алып Краснодарға тиклем үҙ теләге менән яуға барырға әҙерләнгән ир-егеттәрҙән генә тора.

(Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.)

Инһөйәрлек – уның ҡанында!
Инһөйәрлек – уның ҡанында!
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас