Махсус хәрби операция мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып иҡтисадыбыҙҙы нығытыу тора, ул «бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән маҡсатта эшләргә тейеш. Был башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүебеҙҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле булышлыҡ итеү һәм республиканы үҫтереүҙе хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығы тап ошонда күренәсәк тә инде, тине Радий Хәбиров.
Зәбир Ғабдуллин, Мәләүез районы хакимиәте башлығы бының турала үҙ фекерен еткерҙе:
- Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Беҙҙең лидер күп йылдар төбәкте үҫеш, инновациялар һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу юлы менән ышаныслы алып бара. Быны раҫлау мөрәжәғәтнәмәлә тағы бер тапҡыр яңғырай. Бөгөнгө бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларын һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен һөҙөмтәле яҡлау һәм артабан республиканы үҫтереү. Башлыҡтың ҡарарҙары-урындарҙа эшләү өсөн нигеҙ.
Бергә - беҙ көс!