Конгэк
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 13:56

Башҡортостанда табиптарҙың уртаса эш хаҡы рәсми статистика буйынса 64 мең һум тәшкил итте

2019 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында булған һәм медицина ярҙамы күрһәткән һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 35,8 мең һум тәшкил итте.

2019 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында булған һәм медицина ярҙамы күрһәткән һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 35,8 мең һум тәшкил итте. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 7,5% юғары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һуңғы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Башҡортостанстат мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылдың ғинуар-июлендә табиптарҙың уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 64 мең һум тәшкил итте (7,7% юғары).
Шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар уртаса 32 мең һум ала (+7,1%). Санитаркаларҙың һәм башҡа кесе медицина персоналының уртаса эш хаҡы 31,8 һум булды. Был үткән йылдың ошо уҡ осор күрһәткесенән бер процентҡа юғары.