Конгэк
+27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2019, 12:31

Оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ!

Ғүмерегеҙҙең мул емешле, сыуаҡ осоронда уңыштарығыҙҙы барлап, балалар, ейәндәр һөйөүенә сорналып ҡына йәшәгеҙ!

Ғүмерегеҙҙең мул емешле, сыуаҡ осоронда уңыштарығыҙҙы барлап, балалар, ейәндәр һөйөүенә сорналып ҡына йәшәгеҙ! Йән тыныслығы, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ!


АШЫҠМАЙ ТОР, ҠАРТЛЫҠ...


Уртлам һыуым әле йотолмаған,

Атҡан уғым сәпкә етмәгән дә,

Сәтләүегем әле сәскә атмаған,

Кәкүк оя ҡороп бөтмәгән дә...

Ашыҡмай тор, ҡартлыҡ. Ҡабаланма.

Бер мөхәббәт йыры йырлайһым бар,

Һағыш рәхәтенә сыҙай алмай,

Ерҙә аунап, әле илайһым бар.

Ашыҡмай тор, ҡартлыҡ. Ҡабаланма.

Түр башымда йомшаҡ түшәгем юҡ,

Алдарыңа ҡуйыр өсөн әле

Шәрбәт тулы алтын көршәгем юҡ.

Әгәр килә ҡалһаң, үкенерһең.

Минең әле малай булаһым бар,

Аҡылыма йөрәк баш бирмәйсә,

Тәүбә итерлек эштәр ҡылаһым бар.

Ашыҡмауың хәйерлерәк, ҡартлыҡ...


Мостай Кәрим