Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2020, 23:31

Йүгер,Петрович!

Ыста, был нимә тағы? (Юморесканың дауамын түбәндәге ссылка буйынса сайтҡа инеп уҡығыҙ!)

Был хәл дауахананың травмотология бүлегендә була. Ҙур ғына палатала һигеҙләп кеше ята. Кемдең башы бинт менән уралған, кемдең - ҡул-аяғы. Һәр береһе ҡайҙа нисек йәрәхәтләнгәнен ятлап, бишәр тапҡыр һөйләп туйылған. Көн дә шул бер балыҡ башы: процедура, йоҡо, аш. Күңел йыуатырлыҡ бер ни ҙә юҡ тип торғанда, палатала һимертеүгә ҡуйылғанмы ни, олоғара тараҡан килеп сыҡҡан. Ирҙәр уны һуғып үлтермәгән, киреһенсә, ҡыҙыҡ күреп, тәҙрә төбөндә ашарға өйрәтеп алған. Уға хатта “Петрович” тигән исем дә таҡҡандар.
Бер заман кисләтеп кенә палатаға ике аяғына ла гипс һалынған оло йәштәге ирҙе каталкала индерәләр. Койка урыны булмағанлыҡтан, төнгөлөккә шунда ҡалдыралар. Тирә-яҡҡа әсе еҫ таралыуына ҡарағанда, әле ул айнып та бөтмәгәнгә оҡшай.
Ауырыуҙар яңы “ҡунаҡ”тың ҡайҙан, кем икәнлеген, нимә булғанын һораша алмай йоҡларға ята.
Иртәнге обходта врач һәр пациенттың хәлен белешеп, ҡағыҙға теркәгән мәлдә, әмәлгә ҡалғандай, тараҡанды күреп ҡала.
  • Ыста, был нимә тағы? - тип һөрән һала ул.
  • Тәпешкәһен сисеп туп-тура тараҡанды һытырға йүнәлгән врачты күргән ауырыуҙар кем уҙарҙан:
    • Йүгер, Петрович! Ҡас! Петрович! Үләһең бит! Ҡас тиҙерәк! Петрович! – тип һөрән һалырға тотона.
    • Каталкалағы ир айнып китә булһа кәрәк:
      • Ҡасам! Ҡасам! Әһә, ҡыуып етә алмаҫтар! - тип һикереп торған да, коридорға табан йүгереп ултыра, ти. Баҡһаң, серле әҙәм Петрович булып сыҡҡан.
      • Аптырауға ҡалған врач тәпешкәһен тотоп ҡатып ҡала. Хәҙер инде ул үҙе ҡысҡыра башлай. Был юлы тараҡанға түгел, ике аяғы гипслы әҙәмгә:
        • Петрович! Тороп тороғоҙ! Барыбер йыраҡ ҡаса алмаҫһығыҙ!
        • Теге бахыр, ҡото осоп, уның һайын тырышып һикерәңләй икән.
          Шулай итеп, бер “Петрович” иҫән ҡала, икенсе Петрович тиҙ арала айнығырға һәм гипслы көйө йүгерергә өйрәнә.