Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 13:30

Һаҡланғанды һаҡлармын

Быйыл ташҡын осоро ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыуы ихтимал, ти белгестәрҘур йылғала яҙғы ташҡын осоронда боҙ киткәнен күргәнегеҙ булдымы? Бер тапҡыр ғына йылға ташыуын күрһәгеҙ ҙә, уның ниндәй ҡурҡыныс икәнен аңларға була.Нөгөш ҡушылдығында һыу ҡайта башлаһа ла, тауҙан ағып төшкән ҡар һыуы йылғаға ҡеүәт кенә бирә төҫлө

Быйыл ташҡын осоро ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыуы ихтимал, ти белгестәр
Ҙур йылғала яҙғы ташҡын осоронда боҙ киткәнен күргәнегеҙ булдымы? Бер тапҡыр ғына йылға ташыуын күрһәгеҙ ҙә, уның ниндәй ҡурҡыныс икәнен аңларға була.
Нөгөш ҡушылдығында һыу ҡайта башлаһа ла, тауҙан ағып төшкән ҡар һыуы йылғаға ҡеүәт кенә бирә төҫлө. Урау юлдан йөрөү ялҡытҡанлыҡтан, һыу ҡайта башлау менән өлкәндәр йылға аша бүрәнәләрҙән баҫма һала торғайны. Ауылдың икенсе осонда урынлашҡан мәктәпкә барыу өсөн балаларға баҫма аша сығыу ҡурҡыныс. Унан сыҡҡанда, өлкәндәр һыуға ҡарамаҫҡа ҡуша, ни өсөн тигәндә, баш әйләнеүе мөмкин. Яңылыш ситкә ҡараныңмы, баҫма йылға үренә табан хәрәкәт итә башлай кеүек, шашып үрәпсегән тулҡындарға ҡарап, ҡурҡыуыңдан ҡот алҡымға килеп тығыла. Өс саҡрым күрше ауылдан йөрөп уҡыған бер ҡыҙ баланы һыу тулҡындары йолоп алғас, ағып китеп барған еренән уны ағайым ҡотҡарып алып ҡалған. Әсәй-атайымдың уҡыусыға тәүге ярҙам күрһәткәне, эҫе сәй эсергәне, мейес башында йылытып, ҡоро кейемдәр кейендереп, төштән һуң ғына ҡайтарып ебәргәне әле лә хәтерҙә. Хәҙер булһа, ағайыма миҙал биргән булырҙар ине, ә ул ваҡытта ауылдаштар быны ябай ғына ваҡиға булараҡ ҡабул итте.
Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, тигән боронғолар. Тик ни эшләптер ул киҫәтеүгә артыҡ ҡолаҡ һалмайбыҙ. Айырыуса йоҡа боҙ өҫтөндә балыҡ тотоусылар аяныслы хәлгә тарый. Ағиҙел йылғаһында боҙ өҫтөндә уларҙы әле һаман да күрергә була: боҙҙоң ирей башлауы балыҡ тотоу ҡомарын кәметмәй, күптәр бәхетле осраҡҡа ышана.
Яҙғы ташҡын беҙҙән һаҡсыллыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булып тороуға ҡарамаҫтан, күптәр һабаҡ алмай. Мәләүез йылғаһында ла бәхетһеҙ осраҡ булды, шуға балаларҙы ла һәр саҡ киҫәтеп торайыҡ.