Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 11:30

Күңеле тулы наҙ ҙа ҡуҙ уның

Март аҙағында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар араһында Аптраҡ мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Суфия Халиҡова ла бар.

Һөнәрем төрлө кешеләр менән осраштыра, таныштыра. Шуның өсөн оҡшай ул миңә. Берәүҙәрҙең тормошонан ғибрәт алаһың, икенселәр ғүмерлек һабаҡ бирә, өсөнсөләр яҡын дуҫҡа әйләнә.
Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Суфия Халиҡова менән дә районда үткән сараларҙа йыш күрешергә, аралашырға тура килә. Уның әллә ҡайҙан балҡып, ихлас йылмайып, күтәренке кәйеф менән дәртле баҫып йөрөүе һәр ваҡыт иғтибарҙы йәлеп итә. Күптән түгел ошо сағыу һәм матур ҡатындың тиҫтә йылдан ашыу яман сир менән көрәшеп йәшәүен белгәс, уға хөрмәтем тағы ла артты.
- Уның бер ниндәй сере лә юҡ. Ауырыуҙан көслө икәнлегеңә, уны еңә алырыңа өмөтләнергә генә кәрәк. Ә бының өсөн яныңда һиңә ышанған кешеләрең һәм мотлаҡ бар булмышыңды арбап алған яратҡан шөғөлөң булыуы мөһим, - ти Суфия Фәйзрахман ҡыҙы.
Эйе, мәҡәләбеҙ геройы нимәгә тотонһа ла, бөтә күңелен һалып эшләгәне билдәле. Шулай булмаһа, ауыл мәҙәниәт йортона килгәс тә ойошторған “Аҫылташ” фольклор ансамбле ҡыҫҡа ваҡытта төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә юғары һөҙөмтәләр яулар инеме? 2010 йылда “Шәл бәйләнем” конкурсында республиканың ике тиҫтәнән ашыу районы араһында маҡтаулы өсөнсө урын алып, төбәк намыҫын лайыҡлы яҡланылар. Был ваҡытта ижади төркөмгә ике йыл да тулмағайны.
Районда үткән бер ваҡиғанан да ситтә ҡалмауҙары ла уларҙың заман менән бергә атлауын, репертуар өҫтөндә ентекле эшләүен, халыҡ ихтыяжын өйрәнеүен күрһәтә. “Иҙел яры”, “Көнгәк” кеүек Аптраҡ ауыл биләмәһенә генә хас йолауи саралар әҙерләүҙә, ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнашалар. “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары, “Айыҡ ауыл” конкурсы, район һабантуйы, Еңеү көнө “аҫылташ”тарһыҙ үтмәй тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ауыл хужалығында эш ҡыҙған осорҙа агитбригада ойоштороп, хеҙмәтсәндәргә концерт ҡуйыуға, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары юбилейҙарына арналған саралар үткәреүгә ансамбль етәксеһе ҙур иғтибар бирә. Һәләтле балалар өсөн “Мәргән” ансамблен асыуға ла тырышлыҡ һалған.
Төп эшенән тыш, биләмәнең йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрә. Бына байтаҡ йыл инде Суфия апай ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй һәм төрлө йәштәгеләр араһында мөһим тәрбиәүи эш алып бара. Йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарған, тынғыһыҙ, ҡуйған маҡсатына ынтылыусан хеҙмәткәр ауылдаштары, яҡташтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана. Уның почтала, балалар баҡсаһында эшләгәнен дә хәтерләйҙәр. Суфия Фәйзрахман ҡыҙы үҙе ”Ағиҙел” колхозында комсорг дилбегәһен тартҡан мәлен айырыуса һағынып иҫкә ала.
- Иң күңелле осор булған ул. Велосипедҡа ултырам да почтаға инеп, гәзит-журнал тейәп, баҫыу ҡырына елдерәм. Ул осорҙа сәйәси мәғлүмәт биреү көндәре (политинформация көнө) үткәрелә ине. Халыҡ ниндәйҙер яҡты киләсәккә ышанып, тырышып эшләй, ял иткәндә рәхәтләнеп күңел аса. Машинаға тейәләбеҙ ҙә малсыларға, игенселәргә концерт ҡуйырға сығып китәбеҙ. Күрше ауылдарға ла йөрөй торғайныҡ. Һәр ерҙә үҙешмәкәр артистарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала инеләр... - ти ул, йәшлек йылдары тураһында йылы хәтирәләргә бирелеп.
Шулай итеп, ҡайҙа ғына эшләһә лә, Суфия апай мәҙәниәттән айырылмай. Ул йөрөгән ерҙә һәр ваҡыт байрам кәйефе урынлаша, үҙенә ни тиклем ауыр мәлдәрҙә лә, һәр кемдең күңелен күтәрергә, йөрәгенә юл табырға тырыша. Тырышлығы бушҡа түгел уның – яҡташтарының, хеҙмәттәштәренең һәм, әлбиттә, ғаиләһенең ихтирамы, рәхмәте булып ҡайта. Атай-әсәһенән күскән йыр-бейеүгә һөйөүе уны яҙмыш һынауҙарын еңергә булышлыҡ итә. Бына ошо тойғолар Суфия Фәйзрахман ҡыҙына үҙ-үҙе менән гармонияла йәшәргә көс-ҡеүәт бирә лә инде.