Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткәндә аяҙ күгебеҙ, тыныс, имен тормош өсөн ветерандарыбыҙға рәхмәт белдереү маҡсатында гәзитебеҙҙә конкурс иғлан иткәйнек. Хаттар бик күп килде, беҙ уларҙың барыһын да баҫтырҙыҡ. Йылдар үтһә лә, яуҙа, хеҙмәт армияһында башын һалған батырҙар онотолмай, улар тураһында иҫтәлек быуындан быуынға тапшырыла килә. Конкурсты йомғаҡлап, килгән хаттарға ҡыҫҡаса күҙәтеү яһарға булдыҡ. Ергән ҡасабаһында йәшәгән София Янбаева олатаһының ерләнгән урынын таба, тарихи-эҙләнеү эштәре алып бара, Липецк өлкәһендә алыш барған ерҙәрҙе ҡарап, бай материал туплап хат яҙа. Миңнетдин Байгилдиндың атаһынан яҙып алған һуғыш тураһындағы хәтирәләре, Гөлназ Салауатованың “Яҡты эҙ ҡалдырҙы ҡәҙерлеләрем”, гәзитебеҙҙең әүҙем дуҫы Лена Фазләхмәтованың “Етмеш бишенсе яҙҙы ҡаршылайбыҙ”, Фирүзә Арыҫланованың “Улар үҙҙәрен данға күмде”, “Бөтәһе лә еңеү өсөн!”, Миҙхәт Байбулатовтың “Онотолмай ул дәһшәтле йылдар...”, Илдус Мәғизовтың “Хәтирәләр онотолмай”, Әнисә Фазләхмәтованың “Атайымдың хәрби юлы” мәҡәләләре, Гөлсөм Күсмәеваның “Мин - һуғыш балаһы”, Луиза Назарғолованың “Күпте күргән, күпте кисергән”, Рәзилә Ҡотлогилдинаның “Йоҡоларың тыныс булһын, әсәй!” шиғри әҫәрҙәре тәрән йөкмәткеһе менән айырылып тора.
Күреүегеҙсә, беҙгә күбеһе өлгөргән, урта йәштәрҙәгеләр яҙған. Шул йылдарҙағы хәсрәт-ҡайғыны улар яҡындарының һөйләүенән белә, йә иһә үҙ йөрәге аша үткәргән. Йәш быуынға уларҙың әйтер һүҙе бар. Үҙ нисбәтендә улар ҙа донъя тарихында ҡанлы эҙ менән яҙылған был фажиғәле, ҡанлы-данлы йылдар бер ҡасан да онотмаясаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү һөҙөмтәһе ерҙәге тыныслыҡты, азатлыҡты, йәшәйеште беҙ һәммәбеҙ бик ҡәҙерләйбеҙ. Геройҙарыбыҙ ҡәберҙәре өҫтөндә, һәйкәлдәр янында гөлдәр шиңмәҫ. Сәскә атҡан ер, беҙҙең хәтер - яугирҙәр өсөн иң яҡты һәйкәл ул.