Конгэк
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль 2020, 20:14

Йондоҙнамә

Йондоҙҙар беҙгә һөйләй

Йондоҙнамә
13 – 19 июль
Ҡуҙы
Хәл-торошоғоҙ иҫ киткес шәп булмаҡсы. Шунан файҙаланып, физик эштәр башҡарығыҙ. Әйткәндәй, әле мәшәҡәттең күп сағы: бесәне, баҡсаһы. Көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ.
Буға
Үҙегеҙгә ышанығыҙ. Эшһөйәр, ышаныслы кешене яраталар ул. Шул сәбәпле эштә өҫтәмә бурыс йөкмәтергә самалайҙар. Ял көнө яңғыҙ берәй ергә барып хәл йыйығыҙ, белем туплағыҙ.
Игеҙәктәр
Ҙур күләмле юғалтыу ҡурҡынысы бар. Әммә ул хаҡта уйламағыҙ. Башҡа ерҙән юлдар асыласаҡ. Бер кем менән бәхәсләшмәгеҙ, килешмәгән осраҡта ла, баш ҡағып ризалашығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Ҡыҫала
Иләҫ-миләҫ хистәр ялмап алыр. Парлыларға бәпес “алып ҡайтыу” тураһында уйланырға ваҡыт. Буш саҡта ҡыҙыҡлы китаптар уҡығыҙ.
Арыҫлан
Ҡайһы бер арыҫландарға етди тәҡдим яһарҙар. Эштә хөсөт ҡойоусылар табылыр. Әммә үҙегеҙҙең дә тәртибегеҙ хаҡында онотмағыҙ.
Ҡыҙ
Кәйефегеҙ, һауа торошо һымаҡ, гел үҙгәреүсәнгә әйләнер. Был хәл яҡындарығыҙға оҡшамаҫ. Өй эштәре менән булығыҙ, йортоғоҙҙоң усаҡ йылыһы фәҡәт һеҙгә бәйле.
Үлсәү
Һеҙ иреккә мохтаж. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәнде онотмағыҙ. Күберәк эшләһәгеҙ, һөҙөмтә юғары булыр. Юҡ-бар хәл-ваҡиғаға артыҡ иғтибар бирмәгеҙ.
Саян
Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Ойоштороу һәләтен күрһәтегеҙ. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Етәкселек менән мөнәсәбәтегеҙ яҡшырыр.
Уҡсы
Аҙна башында бик күп осрашыуҙар көтөлә. Артыҡ күңелләнеп йөрөп арып китеүегеҙ бар. Аҙна аҙағында мотлаҡ бер үҙегеҙ генә рәхәтләнеп ял итеп алығыҙ.
Ылаҡ
Бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Ваҡыт һәм көстө бушҡа сарыф итмәгеҙ. Ысынлап та уңышҡа өлгәшерҙәй тәҡдимгә генә ҡолаҡ һалығыҙ, юғиһә барынан ҡолаҡ ҡағып ҡуйыуығыҙ ихтимал.
Һыуғояр
Яҡындарығыҙ менән әрепләшкән булып, һаулыҡҡа зыян килтермәгеҙ. Йондоҙҙар һеҙгә яңы эш башларға рөхсәт бирмәй. Эштә лә бер төрлө ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килмәгәйе.
Балыҡ
Үҙ хәлегеҙҙе кешегә һөйләп йөрөмәгеҙ. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй. Эстәге кисереште ете йоҙаҡ артына йәшереп, тыныс ҡына йөрөй бирегеҙ.