Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2021, 23:57

Үҙ бурысын һәр кеше яҡшы башҡарһа...

Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың берҙәм графигын боҙған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарына халыҡтан коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе 55 һумға тиклем төшөрөү менән янайҙар, ҡаламы йәки ауылмы – мөһим түгел.

Башинформ хәбәр итеүенсә, ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың берҙәм графигын боҙған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарына халыҡтан коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе 55 һумға тиклем төшөрөү менән янайҙар, ҡаламы йәки ауылмы – мөһим түгел. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең өс зонаһында сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артты. Был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура булдырыу кәрәклеге менән бәйле. Санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы, ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҡалдыҡтар, һауа температураһына ҡарамайынса, көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа температура +4°С һәм унан түбәнерәк булһа, өс көнгә бер тапҡыр, +5°С һәм юғарыраҡ икән, көн дә сығарылырға тейеш. Әгәр үрҙә әйтелгән графикты боҙоу осраҡтары теркәлһә, ауылда булһынмы, йәки ҡалаламы, граждандар 55 һум түләй, тип әйттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.