Конгэк
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2021, 16:10

Сантехника ҡорамалы кәрәкме? "Родник"ка ашығығыҙ!

“Родник” магазины туранан-тура етештереүсе заводтар менән хеҙмәттәшлек итә, “Baxi”, “Baltgaz”, “Koreastar” фирмалары дилеры һанала.

Район-ҡалабыҙҙың меңәрләгән ғаиләһе – магазиндың даими клиенты. Бынан тыш, Салауат, Күмертау, Өфө ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка райондарынан килеүселәр бик күп.
Иң мөһиме – магазинда үҙ эшен яратҡан тәжрибәле һөнәр эйәләре коллективы тупланған. Һәр клиентты асыҡ йөҙ менән ҡаршылайҙар. Консультанттар кәрәкле тауарҙы һайлашып ҡына ҡалмай, тулы комплект төҙөргә ярҙам итә, йәғни йорт схемаһына ҡарап, тотоноласаҡ материал күләмен иҫәпләй, ниндәй ҡорамалға өҫтөнлөк бирергә икәнен әйтә. Һатып алыусыға баш ҡатырырға ла кәрәкмәй, тиһәк, һис яҙыҡ түгел. Төп маҡсат – кешеләрҙең мәнфәғәтен, ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Улар тауар файҙаһын күреп ҡыуана икән, тимәк эш дөрөҫ ҡоролған. Ҡорамалдар сифатлы, гарантиялы. “Родник” магазины туранан-тура етештереүсе заводтар менән хеҙмәттәшлек итә, “Baxi”, “Baltgaz”, “Koreastar” фирмалары дилеры һанала.
Һатып алған тауар хаҡы 5 мең һумға етһә, 5 процентлы ташлама менән дисконт картаһы бирелә. Уны аҙаҡ та рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин. Тулайым тауар алған бюджет ойошмаларына 8 процентлы ташлама ҡаралған. Пенсионерҙарға һәр ваҡыт хаҡ 5 процентҡа түбәнәйтелә. Шуныһы ҡыуаныслы – кеҫә яғы бик ҡалын булмаһа, һатып алған тауар өсөн өс айға тиклем процентһыҙ бүлеп түләргә мөмкин. Был осраҡта бер банк та йәлеп ителмәй.

Магазин мөдире Олег Волков һәр ерҙә тәртип ярата, эшенә яуаплы. Юлия Сургучева һәм Наталья Чичева кладовщик бурысын үтәй. Иң оҙаҡ ваҡыт (2004 йылдан алып) эшләгән Әлиә Әһлиуллина кассир-бухгалтер вазифаһын башҡара.

-Эшебеҙҙән дә, етәкселәребеҙҙән дә уңдыҡ. Эш шарттары яҡшы, йәйен, ҡышын түләүле отпускыла ял итәбеҙ, эшселәргә бушлай ашхана хәстәрләнгән, - ти Әлиә Хәмит ҡыҙы. – Һатып алыусылар беҙҙе танып бөткән инде. Урамда күреп ҡалһалар ҙа, теге йәки был тауар тураһында һораша, кәңәшләшә. Беҙ һәр саҡ ярҙамға әҙер.

“Родник” сауҙа йорто интернет ресурстарҙа әүҙем. https://www.tdrodnik.ru/ сайтында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, файҙалы кәңәштәр, мәҡәләләр табырһығыҙ, тауар ассортименты менән танышырһығыҙ.
Бәйләнештә социаль селтәренә һылтанма: https://vk.com/magazinrodnik, йәғни Мелеуз. Магазин сантехники Родник. (ИП Баширова) тип эҙләргә мөмкин.
Инстаграмға һылтанма: https://instagram.com/meleuzrodnik?igshid=6ern7pfy4bc5, йәғни meleuzrodnik тип эҙләргә мөмкин.
“Родник” магазины адресы: БР, Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 32. Белешмә өсөн телефондар: (834764) 3-47-64; 3-55-55; 89270837034 (WhatsApp). Электрон адресы: [email protected]
Эш режимы: дүшәмбе–йома: 10.00 – 18.00
Төшкө аш: 13.00 – 14.00
Шишәмбе: 10.00 – 16.00
Йәкшәмбе: ял
Шишмә – сафлыҡ, таҙалыҡ, сығанаҡ төшөнсәләренә эйә. Йортта һыу, йылылыҡ, канализация үткәреү – барыһы ла һыу менән бәйле. “Родник” сауҙа йортоноң тауар сифатына, консультанттарҙың хеҙмәтләндереү кимәленә ҡараһаң, ысынлап та был магазин ышаныслы, ҡулланыусы менән һатыусы араһы йылы, бында мөнәсәбәт таҙалығы һәм дуҫлыҡ хөкөм һөрә. “Родник” магазины хужалары Ильяс һәм Ризида Бәшировтар тәбиғәте менән изге күңелле. Фәҡәт уларҙың тәжрибәһе, оҫталығы менән ҡоролған сауҙа системаһы бөгөнгө заман кешеһенең талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Сантехника буйынса һорауҙарығыҙ булһа, һеҙҙе “Родник” магазинында көтәләр. Кәрәкле ҡорамалдар алып, ҡыуанығыҙ, яҡындарығыҙға ла кәңәш итегеҙ.
#магазинсантехникиродник #газовыеколонки #газовыеколонкивмелеузе