Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июнь 2021, 15:58

Аҙналыҡ йондоҙнамә

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һал

Ҡуҙы
Һиңә һәр саҡ ниҙер етмәй. Маҡсатыңды аныҡла - был билдәһеҙлектән ҡотолорға булышыр.
Буға
Нәмәгә тотонһаң да барып сығыр. Тойғоларҙы асҡанда тотанаҡлыраҡ булырға тырыш.
Игеҙәктәр
Аҙна көсөргәнешле булмаҡсы. Иң башта нимә эшләргә тейешлекте билдәләү мөһим, ниәтең ғәмәлгә ашыр.
Ҡыҫала
Йүгереү етеп торор, фекерҙе туплау мөһим. Ял көндәрендә үҙеңә иғтибар бүлеү урынлы.
Арыҫлан
Уңыш йылмайыр. Йорт төҙөкләндереү, көнкүреш әйбере һатып алыу, һөнәр алмаштырыу өсөн ҡулай ваҡыт.
Ҡыҙ
Ҡаҙаныштарыңды күрһендәр, баһалаһындар өсөн тырышырға кәрәк. Бөгөн эшләргә мөмкин булғанды иртәгәгә ҡалдырма.
Үлсәү
Абруйың үҫә, өҫтәлмә йөкләмә алырға тартынма, тиҙҙән улар яңы һөнәри мөмкинлек асыр.
Саян
Алға ынтылыш өсөн күп көс һалдың, ниһайәт, һөҙөмтәне күрергә була. Элекке бурыстарың ялҡытһа, нимә менән шөғөлләнергә теләүеңде уйла.
Уҡсы
Был осорҙа айыҡ аҡыл мөһим. Финанс өлкәлә файҙалы тәҡдим көтөлә. Эшмәкәрлекте алмаштырырға йәки үҙ эшеңде асыуҙы тәүәккәлләргә була.
Ылаҡ
Документтар әҙерләүгә, әүҙем арала­шыуға ҡағылышлы мәшәҡәтең бар икән, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ваҡыт ҡулай.
Һыуғояр
Йондоҙҙар бер көн менән йәшәмәҫкә, ә киләсәкте тоҫмалларға кәңәш итә. Никахта булһағыҙ, үҙ-ара аңлашыуға ваҡытты күберәк бүлеү мотлаҡ.
Балыҡ
Балыҡты сауҙаға бәйле уңыш көтә. Аҡса һалыу, килешеүҙәр төҙөү өсөн уңышлы аҙна. Юғалтҡанды табыу мөмкинлеге бар.
Читайте нас: