ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2021, 12:25

Сөйәл үләне файҙалы

Аяҡ аҫтында үҫкән үләндәрҙең күбеһе файҙалы икәнен күптәребеҙ белә, әммә ваҡытында эш итеп ҡуйырға ваҡыты етмәй. Сөйәл үләне (чистотел) ҡатып бара, бер нисә йыл ҡата башлағанының һутын һығып алам тип, электр ит үткәргесемде бөтөрә яҙҙым.

Аяҡ аҫтында үҫкән үләндәрҙең күбеһе файҙалы икәнен күптәребеҙ белә, әммә ваҡытында эш итеп ҡуйырға ваҡыты етмәй. Сөйәл үләне (чистотел) ҡатып бара, бер нисә йыл ҡата башлағанының һутын һығып алам тип электр ит үткәргесемде бөтөрә яҙҙым. Шуға һабағы йомшаҡ сағында өлгөрөп ҡалығыҙ. Заманында онкология сирлеләр ул һутты ”полтарушка” менән һатып ала тоғайны.
Нисек дарыу әҙерләргә? Ит үткәргес аша үләнде үткәргәндән һуң, резина бирсәткәләр кейеп (кеймәһәң, ҡул тиреһе ҡарая), үләнде услап һығырға кәрәк. Быяла банкалағы һутты һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ҡуйырға. Һауытағы шыйыҡсаның төпрәһе төбөнә ултырғас, күҙ йәше һымаҡ таҙа ғынаһын тағы ла һөҙөп алырға.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: