ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2021, 09:30

БАЛА ҠӘҘЕРЛЕ ШУЛ...

Минең балам һәр көн һайын минеке,Ҡаныбыҙ бер, йәнебеҙ бер, тән - ике....Атай, әсәй бала һөйгән миҙгелдәДүрт төҫтәге айҙар һаны - ун ике.

Мин баламды һәр көн һайын яҡлайым,
Ҡурсалайым, ел-дауылдан һаҡлайым.
Күңеленә, ап-аҡ ҡына йөҙөнә
Ҡыҙыл итеп оят, ғәрлек яҡмайым.

Мин баламды көн һайын да яратам,
Балам тиеп йөрәгемде ҡанатам.
Һурып алып быуынымдан тарамыш,
Нығытамын балағынам ҡанатын.

Минең балам һәр көн һайын минеке,
Ҡаныбыҙ бер, йәнебеҙ бер, тән - ике.
...Атай, әсәй бала һөйгән миҙгелдә
Дүрт төҫтәге айҙар һаны - ун ике.

Наилә Хәмбәлиева
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: