Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2021, 16:55

ИЮНЬ

Миңә оҡшаған июнь:Булып алаКөйлө сағы, көйө юҡ сағы.Болот булып берсә болара ла,Аяҙайып аса ҡосағын.

Мин яратам июнь болоттарын,
Ап - аҡ ҡына. Ялҡау. Ҡупырыҡ.
Теләниһәң , илә дебет итеп,
Теләниһәң, ағыл ултырып.

Мин яратам июнь ямғырҙарын
Шатыр-шотор килеп түгелер.
Ҡояш ҡалҡыр шунан, йәйғор һонор,
Ҡарлуғастар сымға теҙелер.

Мин яратам июнь ырыҫ - бәҫен,
Еләк еҫе тулыр һауаға.
Алһыу ләләрҙе алмаштырып
Ҡылған сәскә атыр далала.

Миңә оҡшаған июнь:
Булып ала
Көйлө сағы, көйө юҡ сағы.
Болот булып берсә болара ла,
Аяҙайып аса ҡосағын.

Мин яратам июнь хозурлығын,
Бушанған да әнейем июндә,
Фатихаһын биргән юлла, тиеп,
Яҙмышыңды донъя йөҙөндә.

Т. ҒӘНИЕВА
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: