Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июль 2021, 21:58

Берҙәмлек көнө

1 июлдә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр һәйкәл янына митингыға йыйылды.

1 июлдә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде. Был көн рәсми статусҡа эйә булмаһа ла, йылдан-йыл илебеҙҙә популярлаша. Ошо датаны ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан ветерандарға хөрмәт күрһәтеү, арабыҙҙан киткәндәрҙе иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.
Был ваҡиға уңайынан ҡаланың Дан аллеяһында митинг үтте. Унда хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, ветерандар союзы ойошмаһы етәкселәре, хәрби хәрәкәт ветерандары, туғандары, 4-се мәктәп кадет уҡыусылары һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
- Был көндә Ватаныбыҙҙы намыҫ менән һаҡлағандарҙы иҫкә алыу беҙҙең бурыс. Сит ерҙәрҙә баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙы онотмабыҙ, һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә һаҡларбыҙ. Был – беҙҙең өсөн хөрмәт билдәһе, ә йәштәргә патриотик тәрбиә биреү яғынан үрнәк. Традиция артабан да дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ , - тине афған һуғышы ветерандар йәмғиәте рәйесе Виктор Дмитриев.
Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләгәндәргә Рәхмәт хаты тапшырылғас, һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалынды. Арабыҙҙан киткән яугирҙәр бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: