Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Май 2018, 11:52
Йәшәгән ҡалаңды яратаһыңмы?
Улайһа уны тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район-ҡала биләмәһендә экология өмәләре дауам итә. Предприятиелар, ойошмалар, белем биреү учреждениелары коллективтары, граждандар май байрамдарына әҙерлек сиктәрендә үҙ территорияларын йыйыштыра, газондарҙы тәртипкә килтерә, сәскәләр ултырта. Тик экология айлығына ғәмһеҙ ҡарағандар, хатта бөтөнләй инҡар итеүселәр ҙә бар. Был кире күренеш айырыуса ер участкаһы милекселәре һәм эшҡыуарҙар араһында күҙәтелә.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамына әҙерлек сиктәрендә район, ҡала биләмәһе хакимиәттәре, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы территориаль комитеты вәкилдәре ойошторған рейд ҡала үҙәгендә, атап әйткәндә, Буранғолов урамы яҡлап Мәләүез йылғаһы буйында бер нисә рөхсәт ителмәгән сүплек барлығын асыҡланы. Был тикшереү сараһын ойоштороуға граждандарҙың, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының мөрәжәғәте мәжбүр итте. Йылға ярында ҡыҫҡа ғына аралыҡта ҙур-ҙур сүп өйөмдәре ҡалабыҙ йөҙөн генә боҙмай, ә ҙур хәүеф тә тыуҙыра. Мәҫәлән, сүплек күп фатирлы торлаҡ йорт янындағы балалар майҙансығына терәлеп тиерлек өйөлгән. Был рөхсәт ителмәгән сүплек былтыр, иҫке йорттарҙы емергәндән һуң барлыҡҡа килде һәм әлегә тиклем уны тейәп оҙатыуҙы хәл итеүсе юҡ.
Яр буйындағы “Ҡарлуғас” кафеһы янын төҙөкләндереү һәм йыйыштырыу буйынса ҙур эш талап ителә. Уға яҡын урында төҙөлөп бөтмәгән ташландыҡ объект та ҡала үҙәген биҙәмәй. Кәртәләре ауған, бинаның янын сүп-сар баҫҡан, ҡороған үлән янғын хәүефе тыуҙыра.
Ҡала биләмәһе хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге баш белгесе Флүрә Сапронова ер участкалары хужаларының бөтәһе лә экология айлығы сиктәрендә үҙ биләмәләрен тәртипкә килтерергә тейешлеген билдәләне. Сүплектәрҙе бөтөрөү һәм йыйыштырыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәмәгән осраҡта административ саралар ҡулланыласаҡ. “Бындай сиккә барып етерҙәр, тип уйламайбыҙ. Граждандарҙың социаль яуаплылығына ышанабыҙ, сөнки матурлыҡ тыуҙырып һәм йыйыштырып ҡына, ҡалаңа, тыуған төйәгеңә булған һөйөүеңде белдерергә мөмкин”, - тине Флүрә Рәшит ҡыҙы.
Һүрәттә: ҡала үҙәгендә ошондай сүплек өйөмдәре урын алған.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит