Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Март 2020, 16:20
Таяҡ ике осло
Ошоға тиклем ҡоро-һары утынды, кипкән ағастарҙы бөтә ерҙә лә йыйырға була тип уйлағандар бик хаталана: дәүләт тарафынан һаҡланған биләмәләрҙә ул тыйыла .Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров, шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, республиканың ҡурсаулыҡ, заказник етәкселектәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрелде.
Ошоға тиклем ҡоро-һары утынды, кипкән ағастарҙы бөтә ерҙә лә йыйырға була тип уйлағандар бик хаталана: дәүләт тарафынан һаҡланған биләмәләрҙә ул тыйыла .
Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров, шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, республиканың ҡурсаулыҡ, заказник етәкселектәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрелде. 2019 йылдың 1 ғинуарынан "Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон үҙ көсөнә ингәнен ишетеп ҡыуанғайныҡ. Уның буйынса, граждандарға урмандарҙа, һыу буйҙарында ятҡан ҡороған ағастарҙы бушлай йыйып, үҙ файҙаһына ҡулланырға рөхсәт бирелгәйне. Баҡтиһәң, дәүләт ҡурсаулыҡтары биләмәһендә ул эш ярамай. Ауыл халҡына заказник биләмәһендә бесән сабыу ҙа тыйылған.Яҙ, йәй айҙарында, ҡоштар оя ҡорған, йәнлектәр бала сығарған осорҙа техника, егеүле транспорт менән урман юлдарынан үтергә теләгәндәргә инспекторҙар яза бирергә лә хоҡуҡлы. Стәрлетамаҡ урман хужалығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәров әйтеүенсә, санитар ҡырҡыу, минераль полосалар эшләр өсөн дә ҡурсаулыҡ етәкселегенән ризалыҡ алынырға тейеш. Ҡороп йығылғандары сир таратыуға, янғын сығыуына ла сәбәпсе булып тора. Былтыр, мәҫәлән, "Көнгәк" заказнигында санитар киҫеү акцияһы алып барырға ризалыҡ бирмәгәндәр.
Үрҙә һаналған проблемалар, уларҙы сисеү юлдары тураһында етәкселек фекер алышты, кәңәш ҡорҙо.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?