Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Май 2021, 15:05

Ниндәй кеүәҫ эсәһегеҙ?

Йәйге селләлә һыуһынды ҡандырыр өсөн һалҡын кеүәҫтән дә шәберәк эсемлек юҡтыр! Өҫтәүенә, составындағы микроэлементтар сәләмәтлек өсөн файҙалы. Хәҙер уны магазин кәштәләрендә пластик һауыттарҙа тултырылғанын да табыуы ҡыйын түгел. Ләкин уларҙың барыһы ла шартына килтереп яһалған кеүәҫ түгел.

Был эсемлектең сифатлыһын нисек белергә? Ул - әсетелгән продукт, икмәк йәки махсус кеүәҫ сүпрәһе менән әсегән һөт бактериялары ҡушылмаһы файҙаланыла. Шешәлә һатылғанының тәме икенсе. Күпселек осраҡта ул классик технология буйынса яһалмай. Уны лимон кислотаһы, тәмләткес, кеүәҫ экстрактынан яһайҙар. Өҫтәүенә ул һыуһынды ла баҫмай.
Ысын кеүәҫтең һаҡланыу ваҡыты бик аҙ - ике тәүлек кенә. Пастеризацияланһа, йәки консерванттар ҡушылһа, биш тәүлек һаҡлана. Пластик шешәләгеһен бер ай һаҡларға ярай.
Яҡшы кеүәҫте һыу ҡушылғанынан нисек айырырға? Икмәк менән әсеткәне ҡараңғы төҫтә, бер аҙ тоноҡ була. Иң яҡшыһы - онон һатып алып, өйөңдә үҙең әсетеү.
Читайте нас: