Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Июнь 2021, 15:45

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһында, дөрөҫөрәге Иранан йыраҡ түгел Алексеевка ауылында, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса завод төҙөйҙәр, тигән хәбәр таралды. “Әллә ҡайҙа ятҡан күрше хәле беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай,”- тип уйлай күрмәгеҙ, 20 километр йыраҡ ара түгел, мал һөйәгенән он етештерәсәк предприятеның һаҫыҡ еҫе мәләүездәрҙең дә танауын ҡытыҡлауы мөмкин.

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһында, дөрөҫөрәге Иранан йыраҡ түгел Алексеевка ауылында, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса завод төҙөйҙәр, тигән хәбәр таралды. “Әллә ҡайҙа ятҡан күрше хәле беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай,”- тип уйлай күрмәгеҙ, 20 километр йыраҡ ара түгел, мал һөйәгенән он етештерәсәк предприятеның һаҫыҡ еҫе мәләүездәрҙең дә танауын ҡытыҡлауы мөмкин. Әлбиттә, үҙҙәренең киләсәге, йәшәйеше Алексеевка, Ира халҡын борсомай ҡалманы. Ауылдарҙан килгән вәкилдәр яңыраҡ ҡала хакимиәтендә ер менән ҡулланыу, ҡала округы төҙөлөшө ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашты. Теүәлерәк әйткәндә, ауыл хужалығына ҡараған ерҙәр сәнәғәт төҙөлөшө ерҙәренә әйләнеүе, малсылыҡтан алынған сеймалдан ит майы, мал аҙығы оно етештергән завод төҙөлөшө, экологияға зыяны уларҙы борсоуға һалған.
Баҡтиһәң, ауыл халҡын йоҡонан яҙҙырған төҙөлөш өсөн хафаланыуҙары ҡала етәкселеге өсөн дә ят түгел: февраль айында Күмертау ҡалаһы биләмәһе үҫеше агентлығының директор урынбаҫары Константин Кашников һәм Алексеевка ауылында йәшәгән Роман Сидоров Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында шундай уҡ биологик ҡалдыҡтар эшкәртеү заводында булып ҡайтҡан.
Советтар Союзы заманында ит, ҡошсолоҡ комбинаттары төҙөлә башлағас, производство ҡалдыҡтарын утилләштереү заводтары күпләп төҙөлә. Ә Европа илдәрендә мал тиреһен, һөйәктәрен, тояҡтарын эшкәртеп, косметика өлкәһендә, аяҡ кейеме етештереү сәнәғәтендә, ауыл хужалығында мал аҙығы булараҡ ҡулланалар.
Быйыл Рәсәйҙә экология буйынса ҡануниәткә ярашлы, яңынан үләт соҡоро булдырыу тыйылған. Ә тирә-яҡта күпме предприятие: Мәләүездә генә “Урал” ҡошсолоҡ комплексы, сусҡа һыуйыу буйынса “Хладобойня Строганов” предприятиеһы бар. Күгәрсен, Федоровка, Көйөргәҙе райондарында ла эре баш мал үрсетеү буйынса хужалыҡтар етерлек. Ә шул саҡта:”Ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ҡуйырға?”- тигән һорау тыуа.
1980 йылдарҙа районыбыҙҙың Дарьино ауылында ла ветсанутиль заводы булған. Ул предприятие ябылыуға ике тиҫтәгә яҡын ваҡыт үтһә лә, мал һөйәгенән ике ҡатлы йорт хәтле тауҙар үҫеп сығыуы, һаҫыҡ еҫтең тирә-яҡҡа таралыуы хаҡында әле лә иҫләйҙәр. Константин Кашников әйтеүенсә, 40 йыл элек төҙөлгән утилләштереү заводы менән яңы төҙөләсәгенең бер уртаҡлығы булмаясаҡ. Уны Данияла ғына түгел, бар донъяла билдәле “ХААРСЛЕВ” команияһы экологик Европа стандарттарын иҫәпкә алып проектлай. “Улар үҙ репутацияһына тап төшөрмәйәсәк”, - ти Константин Николаевич. Ябай халыҡҡа еткерергә Велики Луки ҡалаһындағы заводҡа барып, бар ерҙә стерилле таҙалыҡ күреп ҡайтҡан Алексей Сидоров фекеренсә, һауа атмосфераһына, ергә, һыуға экология яғынан хәүеф янамай. Эш шарттары ла, хеҙмәт хаҡы ла яҡшы. Яңы эш урындары булдырыу ауылда йәшәгән халыҡ өсөн тиң ыңғай ғына буласаҡ.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: