Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Июнь 2021, 21:44

Аҡҡош - изге ҡош

Һеҙ видеола күргән аҡҡоштарҙы Земфира Ишбулатова төшөрөп алған. Улар алты һоҡланғыс ҡошто, йәғни өс парҙы Һыуыҡ күлдә күҙәткән. Башҡорттарҙа аҡҡош изге ҡош тип иҫәпләнелә. Уны ауларға ярамай. Ҡарғышы ҡаты була, тиҙәр.

Башҡорттарҙа изге ҡош тип иҫәпләнелә. Уны ауларға ярамай. Ҡарғышы ҡаты була, тиҙәр. "Экология" милли пректы буйынса ла уларҙың төрҙәрен һаҡлап ҡалыу буйынса төрлө саралар тормошҡа ашырыла. Аҡ аҡҡош, бөҙрә аҡҡош, ҡара аҡҡош һәм башҡа төрҙәре лә була икән. Аҡ аҡҡош ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас, ап-аҡ төҫ ала. Йөҙгәндә муйынын тура тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы: «Ҡаңҡ» йәки «ҡаң-ға». Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән, төрлө орлоҡ, иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ҙур ҡоштар, кәүҙәләре оҙонлоғо 150 сантиметрға етә, ауырлығы 12 кг-ға тиклем. Йәш ҡоштарҙың томшоҡтары алһыу төҫтә, осо ҡара. Ыҫылдауыҡ аҡҡоштоң кәүҙәһе, муйыны оҙон, ҡыҙғылт һары томшоҡ төбөндә ҡалынайған ҡара урыны бар. Һары моронло аҡҡош тәбәнәк формаһы һәм ҡыҫҡа муйыны менән айырылып тора, томшоҡ төбө һары. Аҡҡоштар бер миҙгелдә һорғолт-зәңгәр төҫтәге 5-9 ҙур йомортҡа һала. Һыу үҫентеләре, шулай уҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары, селәүсендәр, ҡабырсаҡар, балыҡтар менән туҡлана.
Читайте нас: