Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июнь 2021, 09:20

"Бесәй, бесәй, бесәй шул"

Бесәйемә түлһеҙләндереү өсөн операция эшләттем бит әле.

Рәсәй эт, бесәй һымаҡ йорт хайуандары күпләп таралған илдәр исемлегенә инә. Әлбиттә, уларҙы беҙ яратабыҙ.
“Бесәй, бесәй, бесәй шул,
Беҙҙең бесәй кескәй шул.
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай”, - тип кем генә сабыйҙарына көйләмәгәндер. Үрҙә телгә алынған йорт хайуандары күпләп үрсеү һәләтенә эйә. Күрше апайҙың бишкә яҡын бесәйе бар. Ә бына яңы тыуған ғыналарын һыулы биҙрәлә батырғанын һөйләп торҙо. Өйөндә 15-ләгән йорт мыраубикә аҫраған ҡатынды беләм. Тыуғас та үлемгә дусар итеү, йә иһә күпләп үрсетеп, уларҙы тейешенсә тәрбиләмәүгә ҡарағанда стерилизация операцияһы эшләтеү йәшәйешебеҙҙе хәүефһеҙерәк, миһырбанлыраҡ түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ.
Ваҡытын алдан билдәләгәстәр, эш араһында ғына бесәйемә түлһеҙләндереү өсөн операция эшләттем бит әле.
p.s. Бер тапҡыр әсәлек бәхетен татыны бесәйем, быны инде мәрхәмәтле булып ҡыланып, миңә “таш бәрергә” ниәтләнгәндәргә әйтәм.
Читайте нас: