Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Июнь 2021, 16:25

Тормош йәме - үҙебеҙҙән

- Барыһы ла теләктән башланды, - ти әңгәмәсем, ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ ғүмерендә бер төп ағас ултыртыу ҡулынан килмәүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас.

Донъяны көл итеү ҙә, гөл итеү ҙә беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Сүп-сарҙы кәртә артына ырғытып, баҡсабыҙҙа йә урамыбыҙҙа сәскә урынына ҡый үләне үҫтереп ултырһаҡ, тормошобоҙ бер ҡасан да йәмләнмәйәсәк. Тирә-яҡты кемдер килеп йыйыштырыр ҙа, шау гөлгә күмеп китер әле, тип көтөп ултырғандар ҙа, булған сүплектәрҙе юҡҡа сығарып, уның урынын танымаҫлыҡ итеп төҙөкләндереп, күркәм урынға әйләндереп ҡуйғандар ҙа юҡ түгел.
Тамьян ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, район һәм ҡаланың Почетлы гражданы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Зәбир Ғатауллин үҙ ауылында мини-парк булдырыуға өлгәшкән кеше. Элекке Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың тауыҡ фермаһы урынлашҡан, ул бөтөрөлгәс, ташландыҡ булып ятҡан урынды сүп-сарҙан, ҡый үләндәренән таҙартып, кәртәләп алып, унда төрлө ағастар ултыртҡан яҡташыбыҙ үҫентеләренең һәр ҡайһыһын күңел биреп тәрбиәләй. Удмуртиянан ҡайтҡан кедр менән пихта, Кушнаренко һәм Дүртөйлө яҡтарынан килтерелгән ағастар ҙа беҙҙең төбәкте үҙ итеп үҫә.
- Был урын ташландыҡ ине, сүп-сарын сығарып бөтөү өсөн генә лә байтаҡ ваҡыт талап ителде, - ти Зәбир Сабир улы. Йүнсел хужа үҙе был хаҡта әйтмәһә лә, алтмыш сутый ерҙе тәртипкә килтереп, унда бәләкәй булһа ла парк булдырыу ваҡыт ҡына түгел, көс һәм байтаҡ сығымдар ҙа талап итеүен күҙаллау ауыр түгел. Унда ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған, хатта сәй эсеү урыны булдырылған.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап, ул етмеш кедр ултырта. Паркта ылыҫлылар ғына дүрт йөҙләп төп иҫәпләнә.
Унда шулай уҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, алмағас, ҡара һәм ҡыҙыл муйыл, миләш, еҙәй, гөлйемеш һәм башҡа ун бишләп төр ағас үҫә. Уларҙы тәрбиәләү тырышлыҡ һәм иғтибар талап иткән байтаҡ мәшәҡәтле эш. Мул итеп һыу һибеү, ҡышын ҡар баҫып һындырмаһын, тамыры туңмаһын өсөн дә хәстәрлек күреү кәрәк.
- Барыһы ла теләктән башланды, - ти әңгәмәсем, ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ ғүмерендә бер төп ағас ултыртыу ҡулынан килмәүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас.
Эйе, тормошта күп нәмә теләктән тора. Ул булһа, тирә-яҡҡа йәм биреп ағастар ҙа шаулап үҫәсәк, донъябыҙ ҙа күркәмләнәсәк.
Автор фотоһы.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: