Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июль 2021, 21:31

Йыртҡыс бөжәктәр һөжүм итә

Һуңғы йылдарҙа кешенең тәбиғәткә килтергән зыянға бәйлеме, башҡа сәбәптәнме климат һиҙелерлек үҙгәрҙе. Аномаль эҫелек беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡа бөжәктәр барлыҡҡа килеүенә килтерҙе. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар. "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған был фотолағы йыртҡыс сиңерткәне (богомол) Баймаҡ районынан Венер Ҡыуатов төшөрөп ебәргән.

Йыртҡыс бөжәктәр һөжүм итә
Йыртҡыс бөжәктәр һөжүм итә

Һуңғы йылдарҙа кешенең тәбиғәткә килтергән зыянға бәйлеме, башҡа сәбәптәнме климат һиҙелерлек үҙгәрә. Аномаль эҫелек беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡа бөжәктәр барлыҡҡа килә. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар. "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған фотолағы йыртҡыс сиңерткәне (богомол) Баймаҡ районынан Венер Ҡыуатов төшөрөп ебәргән. Богомолдың ҙурлығы ғәҙәттә 5-7 см тирәһе, шулай уҡ 10, хатта 18 сантиметрлыҡтары ла осрай. Быға тиклем башлыса йылы яҡтарҙа (Африкала, Төркиә кеүек йылы илдәрҙә, Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөндә) йәшәүе билдәле. Был сиңерткә йыртҡыс бөжәк һанала, ул себен кеүек ваҡ бөжәктәрҙән алып кеҫәртке, тәлмәрйен, вағыраҡ ҡоштарға тиклем һунар итә. Улар шулай уҡ бер-береһен дә ашай. Кешене бөжәктең тышҡы ҡиәфәте, тауышы ҡурҡыта.  Ғалимдар билдәләүенсә, климат үҙгәреү сәбәпле, был бөжәктәр яңы биләмәләрҙе үҙләштерә.  

В. Ҡыуатов фотоһы.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: