ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Июль 2021, 11:30

Бәлә аяҡ аҫтында

Гидрометеоүҙәк әллә ҡасандан бирле тиҙҙән ямғыр яуыуы менән ҡурҡыта. Кискә табан еле лә болотон ҡыуып килтерә. Әҙәм балаһын ҡурҡытып, ялағай уйнай, күк күкрәй башлай. Хәҙер ерҙе туйындырғансы ямғыр ҡойор, Алла бойорһа, тим өмөтләнәһең. Иртәнсәк тороуыңа ул ямғырҙың тамсыһы ла төшмәгәнен күреп, йөҙ йәмерәйә. Ғүмерҙә булмаған хәл, ямғыр яуҙыртыр болоттар ҙа урап уҙа башлаған кеүек районды. Ҡоролоҡ үҙенекен итә. Күрше Көйөргәҙе районында Маяҡ ҡасабаһы янында 31 гектарға яҡын урман янған. Уға тиклем Наҡаҙбаш ҡурсаулығында 6 гектар ергә “ҡыҙыл әтәс”ҡунған булған. Бындай ҡыҙыу көндә быяла ярсығынан да ут сығыуы мөмкин. Бесән сабырға килеүселәрҙең ғәмһеҙлеге лә бындай фажиғәғә илтә.

Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында

Гидрометеоүҙәк әллә ҡасандан бирле тиҙҙән ямғыр яуыуы менән ҡурҡыта. Кискә табан еле лә болотон ҡыуып килтерә. Әҙәм балаһын ҡурҡытып, ялағай уйнай, күк күкрәй башлай. Хәҙер ерҙе туйындырғансы ямғыр ҡойор, Алла бойорһа, тим өмөтләнәһең. Иртәнсәк тороуыңа ул ямғырҙың тамсыһы ла төшмәгәнен күреп, йөҙ йәмерәйә. Ғүмерҙә булмаған хәл, ямғыр яуҙыртыр болоттар ҙа урап уҙа башлаған кеүек районды.

Ҡоролоҡ үҙенекен итә. Күрше Көйөргәҙе районында Маяҡ ҡасабаһы янында 31 гектарға яҡын урман янған. Уға тиклем Наҡаҙбаш ҡурсаулығында 6 гектар ергә “ҡыҙыл әтәс”ҡунған булған. Бындай ҡыҙыу көндә быяла ярсығынан да ут сығыуы мөмкин. Бесән сабырға килеүселәрҙең ғәмһеҙлеге лә бындай фажиғәғә илтә.

Бәлә аяҡ аҫтында тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Районда уңышлы эшләгән фермерыбыҙҙың ангарындағы бесәне лә янып юҡҡа сыҡҡан. Килгән ҡаза шуның менән бөтһөн.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: