Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Август 2021, 11:19

Юғары янғын хәүефе күҙаллана

Августа көндәр ҡыҙыу булмаҡсы, фаразланыуынса һауа температураһы юғары булыуы көтөлә. Ялда, юлда ут менән һаҡ булығыҙ, һеҙ һүндермәгән усаҡ, тәмәке төпсөгө, балаларҙың ут менән шаярыуы фажиғәгә, ғүмер өҙөлөүенә, тотош урманды юҡ итеүгә сәбәпсе булыуы ихтимал.

Юғары янғын хәүефе күҙаллана
Юғары янғын хәүефе күҙаллана

Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районында 27 июлдә 1,7 гектар, Хәйбулла районында өс гектарҙан ашыу майҙанда урман янған. Беҙҙең районда ла янғындар күҙәтелә, йорт-ҡура янһынынмы, тотош яландар ҡап-ҡара булып ята йә әҙер бесәндән көл генә тороп ҡала.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, урман фондына килтерелгән зыян күләме 3,9 миллион һум тәшкил итә. 2746,6 гектар майҙанға ут зарар китергән. «Урманды һаҡлау» федераль проекты буйынса маҡсатлы күрһәткес 17,3 миллион һумдан артмай, тине республика Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов. 15 апрелдән 29 июлгә тиклем Башҡортостанда 236 урман янғыны теркәлгән. Былтыр республикала был осорға 116 урман янғыны иҫәпләнгән.

Бәләгә тәбиғәт факторҙары, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, башҡа категория ерҙәрҙән, техноген объекттан күсеү сәбәпсе булған. Бөгөн Башҡортостанда урмандарҙа беренсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.

Бер бәләкәй төпсөк күпме урманды көлгә әйләндерә, быны онотмағыҙ, ялдан һуң усаҡтарҙы һүндерегеҙ, ялан-урманда тәмәке тартмағыҙ!

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: