Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2021, 12:09

Яңы закон 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә

  Конституцияға ярашлы, һәр кеше таҙа тирә-яҡ мөхиткә һәм уның тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға хоҡуҡлы. “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәр санитар һәм экологик ҡануниәт талаптарын тулыландырасаҡ. Иғтибар үҙәгендә – кеше ғүмере һәм һаулығы, ә был – ҙур предприятиеларҙың социаль яуаплылыҡ күрһәтеүе. Экологияны һаҡлау туранан-тура кешеләрҙең аң кимәленә бәйле. Ни тиклем күберәк иғтибар бирһәк, яуаплылыҡ та ҙурыраҡ буласаҡ. Законға үҙгәрештәр – ошо йүнәлештә ҙур аҙым. Яңы закон 2022 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә.   фото:aussiedlerbote.de

Яңы закон 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә
Яңы закон 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә

“Экология” милли проекты сиктәрендә “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, атмосфера һауаһы бысраҡ булған ҡала биләмәләренә бысратыусы матдәләрҙе сығарып ташлауҙы квоталау системаһы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан өсөн был бик мөһим. көнүҙәк. Республикала  200-ҙән ашыу сәнәғәт ойошмаһы эшләй, нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары байтаҡ. “Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тирә-яҡ мөхитте яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары бигерәк тә ныҡ бысрата.

- 2020 йылда иң бысраҡ биләмәләр иҫәбенә Салауат (0,52 процентҡа ПДК артыҡ булған), Стәрлетамаҡ (0,47 процент), Ишембай (0,45 процент), Өфө (0,36 процент), Благовещен (0,25 процент) ҡалалары индерелде, – ти “Роспотребнадзор”ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак.

Федераль закон аныҡ предприятиены күҙәтеү һәм уларҙың ташландыҡтары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың һәр береһенә ҡарата кире тәьҫирҙе бөтөрөү сараларын күреү мөмкинлеге бирелә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләүҙәренсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат был исемлеккә инә. Бының өсөн ике ҙур бурысты үтәргә кәрәк: атмосфера һауаһын мониторингылау системаһын үҫтереүҙе дауам итергә һәм ошо ҡалаларҙа бысраныу кимәлен иҫәпләргә. Был эштәр бер йыл самаһы ваҡытты үҙ эсенә аласаҡ.

фото:aussiedlerbote.de

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: