Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Август 2021, 12:21

Янғынға бәйле ябылды

Башҡортостандың Тәбиғәт парктары дирекцияһы етәкселеге көндәрҙең аномаль эҫе тороуына һәм янғын хәүефенә бәйле «Ирәмәл», «Еҙем» тәбиғәт парктарына инеүҙе ваҡытлыса тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 18 августа көсөнә ингән бойороҡ 5 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Тейешле документ 17 августа Башҡортостан Республикаһының Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы сайтында баҫылған. Фото: Олег Меньков

Янғынға бәйле ябылды
Янғынға бәйле ябылды

«Паркка килеүселәр алдан алған билеттары менән файҙаланырға йәки тотонған аҡсаһын тулы күләмдә ҡайтарырға мөмкин, — тип билдәләнеләр дирекцияла. - Был тыйыу парктар биләмәһендә йәшәгән кешеләргә ҡағылмай. Урындағы халыҡ ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән әҙерләү менән шөғөлләнә ала».

Һауа шарттары яҡшырһа һәм янғын хәүефенә бәйле хәл тотороҡланһа, тәбиғәт парктары етәкселеге тыйыуҙы ваҡытынан алда ғәмәлдән сығарыуы ихтимал.

Башинформ.

Фото: Олег Меньков

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: