Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Август 2021, 11:41

Уяулыҡ ҡотҡарыр

Аномаль йәйге эҫелек байтаҡ зыян килтерҙе. Шырпыһыҙ ут тоҡанырға торғанда әле бында, әле тегендә янғын сығыуы, ялҡын телдәре тирә-яҡты ялмауы, ғүмерҙәрҙе йотоуы тураһында яман хәбәрҙәр ишетелеп тора. 19 августа Башҡортостандың Хәйбулла районында утлы өйөрмә барыһын да ҡурҡыуға һала. «Хәйбулла районында янғын Бүребай ҡасабаһына яҡынлаша. Аҡылдан яҙырлыҡ, минең бындай хәлде күргәнем юҡ ине. Ялҡын яна-яна өйөрөлә», - ти видеолағы тауыш.

Уяулыҡ ҡотҡарыр
Уяулыҡ ҡотҡарыр

Ял көндәре мәләүездәр өсөн дә хафалы үтте. Яңыраҡ Һәргәй ауылы янында ут сыҡҡайны, был юлы Александровка ауыл биләмәһендәге утар янында янғын күҙәтелде. Ярай ваҡытында халыҡ күтәрелде, унан ярҙам да килеп етеп, урман да, ауыл да ҡотҡарылды.

Шул уҡ ваҡытта янғындар һаман дауам итә, балаларҙың ут менән шаярыуы, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, усаҡ ҡуҙы, быяла ярсығы ла быға сәбәпсе булыуы ихтимал.

Аномаль эҫелек тә йонсотто, ололар, хроник ауырыуҙар бигерәк ауыр кисерә - барыһы ла һауа температураһының төшөүен, ямғыр яуыуын көтә. Гисметео мәғлүмәте  бер аҙ тынысландыра, был аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлай. Аҙнаның тәүге яртыһында көндөҙ +32, +35 градус эҫе була. Йомаға термометр бағанаһы көндөҙ 28 градусҡаса түбәнәйә, төндә һалҡынайта. Урыны менән ямғыр һәм йәшен фаразлана. 28 һәм 29 августа көндөҙ  - +20, төндә+13, +16 градус. Шулай ҙа үҙебеҙгә лә иғтибарлы булыу, һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү зарур.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: