Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Август 2021, 16:20

Еребеҙҙән ни ҡала?

Ҡоролоҡ арҡаһында тирә-яҡты афәт уратып алды - урмандарыбыҙ яна. Ошо көндәрҙә волонтерҙар Баймаҡ районында Бәхтигәрәй ауылы янында, Ейәнсура яҡтарындағы янғындарҙы һүндерергә ашыҡты. Мәләүез районының Александровка ауыл биләмәһе янындағы урмандарға ла ике көн элек ут тоҡанған: 1,5-2 гектар тирәһе майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. “Урмандағы көйрәгән бүкәндәрҙе һыу менән һибеп тораһың, ер ныҡ ҡыҙғанлыҡтан, ағас кире ҡуҙлана башлай”, - ти Александровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Заварзин. Яҡташтар, кемдең буш ваҡыты бар, һүҙҙә генә түгел, ысын күңелдән тыуған яғы өсөн янып-көйә икән , 89273039878 номеры буйынса Сергей Дмитриевичтың телефонына шылтыратып, ут һүндерешергә бара алаһығыҙ.

Еребеҙҙән ни ҡала?
Еребеҙҙән ни ҡала?

Ҡоролоҡ арҡаһында тирә-яҡты афәт уратып алды - урмандарыбыҙ яна. Ошо көндәрҙә волонтерҙар Баймаҡ районында Бәхтигәрәй ауылы янында, Ейәнсура яҡтарындағы янғындарҙы һүндерергә  ашыҡты.

Мәләүез районының Александровка ауыл биләмәһе янындағы урмандарға ла ике көн элек ут тоҡанған: 1,5-2 гектар тирәһе майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Ваҡытында утты һүндереп өлгөрөргә кәрәк, сөнки янғын сыҡҡан урын Хлебодаровка ауылына - дүрт, Александровка ауылына өс километр йыраҡлыҡта ғына , ел иҫһә, уның ялҡындары бер сәғәт эсендә ауылға килеп етергә мөмкин. Мәләүездән, шулай уҡ Нөгөш, Боһорман, Әбет ауыл биләмәләренән янғын һүндерергә  килгәндәр. “Урмандағы көйрәгән бүкәндәрҙе һыу менән һибеп тораһың, ер ныҡ ҡыҙғанлыҡтан, ағас кире ҡуҙлана башлай”, - ти Александровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Заварзин. Яҡташтар, кемдең буш ваҡыты бар, һүҙҙә генә түгел,  ысын күңелдән тыуған яғы өсөн янып-көйә икән , 89273039878 номеры буйынса Сергей Дмитриевичтың  телефонына шылтыратып, ут һүндерешергә бара алаһығыҙ.

Еребеҙҙән ни ҡала?
Еребеҙҙән ни ҡала?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: