Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Сентябрь 2021, 08:00

Урманым – бер ҡат юрғаным

Йыл һайын сентябрҙың өсөнсө йəкшəмбеһе Рәсәйҙә урман хужалығы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарының һөнәри байрамдары – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Урманым – бер ҡат юрғаным
Урманым – бер ҡат юрғаным

19 сентябрь – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Урманым – бер ҡат юрғаным

Йыл һайын сентябрҙың өсөнсө йəкшəмбеһе Рәсәйҙә урман хужалығы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарының һөнәри байрамдары – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Урман ресурстары – Башҡортостан милли паркының иң мөһим милли байлығы. Уның биләмәһенең 93 проценты ағас тәшкил итә. Илебеҙҙең хәстәрлекле һәм ҡиммәтле милли байлығы булған урманды һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу - милли парк хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә бөтөн йәмғиәттең изге бурысы.

Милли парктың урман бүлегендә 8 тәжрибәле, үҙ эштәренең оҫталары хеҙмәт итә. Уларҙың төп бурыстары - милли парктың бөтә коллективы менән берлектә урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, янғындар булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыу. Быйылғы ҡоро йәй айырыуса көсөргәнешле булды. Илдең күп кенә төбәктәрендә ул етди зыянлы ҙур янғындарға килтерҙе. Бөтә коллектив батырлығы һәм көйлө эш итеүҙәре һөҙөмтәһендә милли паркта янғындарҙың ҙур территорияла, тораҡ пунктарға таралыуына юл ҡуйылманы.

Урман бүлегендә күп йылдар тракторисы-машинисы булып хеҙмәт иткән Мәхмүт Мөхәммәт улы Иҫәнғолов үҙенә йөкмәтелгән һөнәри бурыстарға намыҫлы мөнәсәбәте, башҡарылаһы эштәрҙе еренә еткереп эшләүе, бөтмөрлөгө менән йәштәргә өлгө булып тора. Мәхмүт Мөхәммәт улының вазифа бурыстарына урманда яңғынға ҡаршы минераллашҡан һыҙаттар булдырыу һәм яңыртыу буйынса саралар үткәреү, урман юлдарын ремонтлау һәм төҙөү, бесән сабыу, таҙартыу менән бер рәттән тағы ла ял итеүселәр өсөн туристик туҡталыштарҙы һәм ял зоналарын булдырыу һәм төҙөкләндереү, транспорт хеҙмәттәре, хужалыҡта бер ҡасанда бөтмәй торған әллә күпме ваҡ эштәр ҙә инә.

Гармония һәм тәртип һағында торған урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәрән һәм дөрөҫ хөрмәткә күптән лайыҡ. Улар намыҫлы эш кешеләре. Урманды һаҡлау, тергеҙеү, үҫтереү  фиҙаҡәр хеҙмәт, түҙемлек һәм мөхәббәт талап итә. Урмансыларға алыҫ перспективаға эшләргә тура килә. Бөгөнгө урмансы бәләкәй генә ағас үҫентеһен ергә ултырта, ә ҡалҡып сыҡҡан урмандың матурлығы менән уның балалары һәм ейәндәре һоҡланасаҡ.

 

Рәғиз Муллағолов, Башҡортостан милли паркы урман бүлеге етәксеһе.  

Урманым – бер ҡат юрғаным
Урманым – бер ҡат юрғаным
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: