Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Ноябрь 2021, 14:40

Улар - тәбиғәт һаҡсылары

Быйыл бар тәбиғәт ауыр һынау кисерҙе. Яҙҙан ҡайындарыбыҙға бөжәктәр һөжүм итте. Был яуҙан бер аҙ тын алдыҡ тип уйлап та өлгөрмәнек, янғындар башланды. Бөгөн урмансыларҙың кәйефе нисек, ниндәй эш башҡаралар, шул турала фекерҙәре менән бүлешеүҙе һораныҡ.

Улар -  тәбиғәт һаҡсылары
Улар - тәбиғәт һаҡсылары

Быйыл бар тәбиғәт ауыр һынау кисерҙе.  Яҙҙан ҡайындарыбыҙға бөжәктәр һөжүм итте. Был яуҙан бер аҙ тын алдыҡ тип уйлап та өлгөрмәнек, янғындар башланды. Бөгөн урмансыларҙың  кәйефе нисек, ниндәй эш башҡаралар, шул турала фекерҙәре менән бүлешеүҙе һораныҡ.

Ғәли Шәрипов, Мәләүез урман участкаһы лесничийы:

  - Яңыраҡ Воскресенский участка хужалығында  буш ҡалған ерҙә яңы үҫентеләр менән яңырттыҡ: “Башнефть” ойошмаһы  ҡулланғандан һуң,   4 гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултыртылды. Көҙгә табан ямғыр яуғас, тамырланып китер өсөн дым етер тип уйлайбыҙ.

Санитар киҫеү уҙғарыу өсөн алдан урманға патологик мониторинг үткәрҙек,  ҡороған, сирле ағастарҙы билдәләнек: матур итеп үҫәме, әллә ҡороғанмы? Бәшмәктәре башҡа ағастарға күсмәҫ, ҡорттар эйәләшмәҫ борон сирлеләрен ҡырҡырға кәрәк. Әле  уларҙы киҫеү эштәре алып барыла, йыл аҙағына тиклем делянкаларҙы таҙартыу мөһим. Икенсе йылға йәш үҫентеләр ултыртырға Воскресенск  ауылы яғында 24 гектарға яҡын майҙанда ер эшкәртелде.

Әйткәндәй, йәйен парһыҙ ебәк күбәләге беҙҙең районда ла күренде, икенсе йылға урмандарҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлап, ағыу һиптереп эшкәртергә тура килер, ахырыһы.

Илнур Зөбәйеров, Воскресенский урман хужалығы участка лесничийы :

-Көҙөн эшҡыуарҙарға киләһе йылға делянкалар бүленә, әле шуның менән шөғөлләнәбеҙ.

 Урмансылыҡ өлкәһендә проблемалар етерлек. Райондың урман фондына ҡараған майҙанда янғындар булманы, Аллаға шөкөр. Хлебодаровка, Александровка яғында административ ерҙә яландар, туғайҙар уттан зыян күрҙе. Беҙ ҙә ут һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Янғын меңәрсә гектар ағас, үҫемлектәр донъяһын, ҡыр йәнлектәрен, ҡоштарҙы юҡҡа сығарҙы. Шуға ла киләһе йылдарҙа ла  беҙгә һәр саҡ уяу, һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәргә кәрәк.

 

Әсҡәт Ҡормаев, урман хужалығын күҙәтеү һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы:

Кеше урманда булған ваҡытта янғын һәм санитария хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Шулай уҡ ағастарҙы законһыҙ киҫкән,уларға зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ та ҡаралған. Районда урман эшкәртеү йүнәлешендә эшләгән өс эшҡыуар, унан тыш утыҙға яҡын физик кеше бар. Делянкаларҙы киҫкәс, урыны тип-тигеҙ, тап-таҙа ҡалырға тейеш. Октябрҙең уртаһынан 15 апрелгә тиклем ҡулланылған майҙандар таҙартылырға, ҡулланылмаған ағас ҡалдыҡтары өйөп яндырылылырға тейеш.  Ҡайһы бер ағас әҙерләүселәр  нәҡ ошо эшкә вайымһыҙ ҡарай. Уларға протокол төҙөйбөҙ, штраф түләтәбеҙ. Үҙ еребеҙгә шәхси хужалығына ҡараған кеүек һаҡсыл мөнәсәбәттә булған Марат Баһауетдинов, Александр Иванцов, Ғүмәр Иҫәнов башҡаларға һәр яҡлап өлгө.

Улар -  тәбиғәт һаҡсылары
Улар - тәбиғәт һаҡсылары
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: