Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Декабрь 2021, 14:55

Тәбиғиме, яһалмамы?

Яңы йылды ҡаршыларға кем, ниндәй шыршыға өҫтөнлөк бирә: “тере”һенәме, яһалмаһынамы, шуны белер өсөн, бер-нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Тәбиғиме, яһалмамы?
Тәбиғиме, яһалмамы?

Байрам алдынан ҡалабыҙ урамдарында шыршы, ҡарағай менән сауҙа итеү нөктәләре ҡалҡып сыҡты. Ниндәйе генә юҡ уларҙың? Оҙон, ҡыҫҡа, ныҡ йәйелгәне, йыйнағы... Ошо сифаттарына ҡарап, хаҡ та билдәләнгән. Урамға сығарған ҡупшыҡайҙарҙың күплеген күреп, хайран ҡалабыҙ. Ә махсус келәттәрҙә улар өҫтө-өҫтөнә өйөлөп ята. Уны ҡасан, нисек һатып бөтәләр? Билдәһеҙ. Яңы йылды ҡаршыларға кем, ниндәй шыршыға өҫтөнлөк бирә: “тере”һенәме, яһалмаһынамы, шуны белер өсөн, бер-нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Гөлфирә ИШКИНА, уҡытыусы.

  • Мин күптән яһалма шыршы һатып алдым, йыл да шуны биҙәйбеҙ. Иҫкерһә, яңыртырбыҙ, хәҙер магазинда йәнең теләгән варианты бар. Тере ағастар бик йәл, урманды йәмләп артабан үҫһен улар.

Тимерйән ҠРЫМСУРИН, хаҡлы ялда.

  • Тере шыршы, ҡарағайҙың еҫе өйгә таралһа, тәмле лә, файҙалы ла. Әммә бер нисә көн өсөн уларҙы киҫеү кәрәкме икән? Беҙҙә ике яһалма ағас бар. Ә инде хуш еҫ яратыусылар уның ботағын ғына элеп ҡуйһа ла етәлер, тип уйлайым.

Зөлфиә ЗӨБӘЙЕРОВА, юрист.

- Был һорау үтә сетерекле һәм мөһим. Минеңсә, ике төрө лә кәрәкмәй. Яһалма шыршы киләсәктә сүп-сар, экологияға зыян килтереп ҡайҙалыр сереп ятасаҡ. Ә тереләре бигерәк йәл, бер-ике көн өйҙө биҙәр өсөн йылдар буйы үҫкән ағасты ҡырҡыу – вәхшилек.

Тәбиғиме, яһалмамы?
Тәбиғиме, яһалмамы?
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: