Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Февраль 2022, 10:20

Ағастар ниндәй төш күрә?

  “Ҡышҡы урман, ҡышҡы сафлыҡ Йәндәремә булды дауа. Ниндәй рәхәт ҡышҡы һауа!”-тип яҙа шағирә Руша Солтанғолова. Йәйге ҡоролоҡтан, төрлө бөжәктәрҙән йонсоп йоҡоға ингән ағастар ниндәй төш күрәлер, йәшел ҡалҡандың киләсәген уйлаған урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре яҙғылыҡҡа хәүефһеҙлек сараларын күрә башланы. “Парһыҙ ебәк күбәләгенән былтыр республикабыҙҙың үҙәк һәм көнбайыш райондарындағы йөҙәр мең гектарҙа урман зарарланды. Был бөжәктең ун сантиметрға тиклем үҫкәнен беләһегеҙме? Улар ҡайындарҙы ғына түгел, ылыҫлы ағастарҙы ла ашай”, - ти Стәрлетамаҡ урмансылығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәров. Шуға ла урмансылар яҙҙан урмандарҙы ҡоротҡостарҙан ағыулау өсөн хәҙерҙән бюджеттан сығымды хәстәрләй башланы.

 

“Ҡышҡы урман, ҡышҡы сафлыҡ

Йәндәремә булды дауа.

Ниндәй рәхәт ҡышҡы һауа!”-тип яҙа шағирә Руша Солтанғолова. Йәйге ҡоролоҡтан, төрлө бөжәктәрҙән йонсоп йоҡоға ингән ағастар ниндәй төш күрәлер, йәшел ҡалҡандың киләсәген уйлаған урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре яҙғылыҡҡа хәүефһеҙлек сараларын күрә башланы. “Парһыҙ ебәк күбәләгенән былтыр республикабыҙҙың үҙәк һәм көнбайыш райондарындағы йөҙәр мең гектарҙа урман зарарланды. Был бөжәктең ун сантиметрға тиклем үҫкәнен беләһегеҙме? Улар ҡайындарҙы ғына түгел, ылыҫлы ағастарҙы ла ашай”, - ти Стәрлетамаҡ урмансылығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәров. Шуға ла урмансылар яҙҙан урмандарҙы ҡоротҡостарҙан ағыулау өсөн хәҙерҙән бюджеттан сығымды хәстәрләй башланы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: