Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Апрель 2022, 15:35

Сетерекле мәсьәлә - йәмғиәт бәләһе, әммә уны аңлағандар бармы?

Сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Ни өсөн улар махсус майҙансыҡ, контейнерҙар эргәһендә туҙышып ята, ниндәй хеҙмәт күрһәткәнгә һәр граждан ай һайын 95-әр һум аҡса түләй, йыйылған сүпте артабан нимә эшләтәләр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Экотех-Мәләүез” сүп-сар эшкәртеү комплексы йәмғиәте директоры, эшҡыуар Тимур Рәис улы Әхмәтшин яуап бирә.

Сетерекле  мәсьәлә - йәмғиәт бәләһе, әммә уны аңлағандар бармы?
Сетерекле мәсьәлә - йәмғиәт бәләһе, әммә уны аңлағандар бармы?

Сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Ни өсөн улар махсус майҙансыҡ, контейнерҙар эргәһендә туҙышып ята, ниндәй хеҙмәт күрһәткәнгә һәр граждан ай һайын 95-әр һум аҡса түләй, йыйылған сүпте артабан нимә эшләтәләр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Экотех-Мәләүез” сүп-сар эшкәртеү комплексы йәмғиәте директоры, эшҡыуар Тимур Рәис улы Әхмәтшин яуап бирә.

Төп маҡсат

Төбәк операторы менән төҙөлгән килешеү буйынса байтаҡ йылдар тораҡ пункттарҙан көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән мәшғүлбеҙ. Ҡала эсендә - 60, һәр ауылда 5-әр майҙансыҡты хеҙмәтләндерәбеҙ. Сүпте эшкәртеү комплексында улар сорттарға айырыла, йәғни ҡатырға, полиэтилен, көнкүреш химия, быяла төркөмдәренә бүленә. Аҙаҡ улары ла артабан эшкәртелеүгә оҙатыла. Мәҫәлән, көнкүреш химия ҡаптары, һауыттары ғына айына уртаса 3 тонна йы­йыла. Ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләп ҡарағайныҡ, мәләүездәр айына 8-10 тонна химия тотона. Элек башлыса сода, кер һабыны ҡулланһаҡ, хәҙер нимә генә юҡ: шампунь, бальзам, лосьон, крем, дезодорант, һанап бөтөрөрлөк түгел. Айырылғандан ҡалған, артабан эшкәртеүгә яраҡһыҙ сүп-сарҙы Салауат ҡалаһы экополигонына алып барабыҙ. Көнөнә ике машина менән 5-6 рейс яһала. Әйткәндәй, ҡалалағы контейнерҙар көн һайын таҙартыла, ауыл ерендәге сүп-сарҙы алырға аҙнаһына ике юллайбыҙ. Ошо урында асыҡлыҡ индереп үткем килә. Беҙгә йыш ҡына теге йәки был контейнерҙан сүп алынмаған, эшегеҙҙе еренә еткереп үтәмәйһегеҙ, тип шылтыраталар, яҙалар. Был ысынбарлыҡҡа тура килмәй, сөнки һәр водителдең телефон, планшетында махсус программа беркетелгән. Улар барып туҡтаған майҙансыҡ билдәле бер мөйөштән фотоға төшөрөлә. Сүп-сарҙы бушатҡанға тиклем һәм контейнер таҙартылғандан һуң төшкән фотоотчет программаға индерелә. Унда машина торған урын, сәғәт, минуты тулыһынса теркәлә. Бында бер кемде лә алдап булмай. Билдәле ваҡытта көнкүреш ҡалдыҡтары алынмаһа, беҙгә штраф килә. Уның күләме 500 һумдан алып бер миллион һумға тиклем. Контейнерҙар сүп менән тулып өлгөрмәгән, буш торған саҡта ла, фото мотлаҡ яһала. Бигерәк тә ҡала ерендә ҡыйынлыҡтар тыуа. Ҡайһы бер саҡта майҙансыҡҡа үтеп булмай, кешеләр машиналарын ҡуйып китә, юл буйы теҙелгән автомобилдәр ҙә сүп ташыусы машинаның юлын быуа.

Техника

Беҙҙә бөтә төр яңы техника бар. Иң иҫке машина 2019 йылғы. Район-ҡаланы 22 берәмек техника хеҙмәтләндерә, дежур машиналар бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, техника паркы ни тиклем яңы булмаһын, улар тиҙ арала эшлектән сыға. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки контейнерҙа нимә генә юҡ, төҙөлөш ҡалдыҡтары, бетон менән тултырып ҡуялар. Гидравлика, ҡулайлама, кронштейндар ватыла. Бетондың бер кубы ике тонна тарта. Ҡулайлама 700 килограмм ауырлыҡ күтәрергә тәғәйенләнгән. Техниканың көсө етмәй. Беҙ үҫемлек, төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйырға тейеш түгел. Улар теҙмәгә индерелмәгән. Машиналарҙың тимер ҡорамалдары тулыһынса иретеп йәбештерелгән. Ғөмүмән, бәләкәй габаритлы техника ҡулланырға тырышабыҙ. Улар мобиль, юлды, бордюрҙы боҙмай, ҡала ерендәге бәләкәй участкаларҙа бик ҡулай.

Эшсе ҡулдар

Бөгөн өс компания менән идара итәм, һәр береһендә 20-25 кеше эшләй. Йәштәрҙе ылыҡтырырға тырышам, әммә улар эшләргә теләмәй, күп ваҡытын телефон, интернетҡа йәбешеп үткәрергә ғәҙәтләнгән, физик эшкә яраҡһыҙҙар, аҡылды егергә лә ашыҡмайҙар. Тупланған коллективта эш көйлө, һәр береһенә бурыс йөкмәтелгән, эш хаҡы зарланырлыҡ түгел.

“Мин аҡса түләйем, һеҙ йыйыштырығыҙ!”

Был һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. 21 быуат кешеһенә сүп өсөн аҡса түләү ҡырағайлыҡҡа тиң булып күренде. Ай һайын 95-әр һум аҡса түләүҙе күпһенеүселәр байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡыйға тулған донъяла йәшәргә теләүселәр юҡ, сүп-сар йыйыу, уны эшкәртеү ҙә ерәнгес тойола. Минең ихатам таҙа, ҡалған ер мине борсорға тейеш түгел, тигән фекер йөрөтөүселәрҙе осратам. Аҡса түләй икән, улар көнкүреш ҡалдыҡтарын контейнер ҡапҡасын асып һалырға иренә, сүп тулы тоҡтарын ҡайҙа етте, шунда быраҡтыра, тәгәрмәс шинаһын, бетон, үҫемлек һабаҡ-япрағын, тиреҫ ташлай. Нисек теләйем, шулай ҡыланам, тимәк. Әйткәндәй, баҡсанан, һарайҙан йыйылған тәбиғи ҡалдыҡтарҙы контейнерҙарға тултырыусыларҙы аңлау мөмкин түгел. Шәхси хужалығы булғандар ерҙе файҙаланып ризыҡ йүнләй бит, ә уға ҡайтарып нимә бирә? Шул уҡ тиреҫте баҡсаға таратып, ботаҡ, япраҡты сереттереп, ергә күмеп, тупраҡты ашларға булмаймы ни? Бөтәһе лә ҡулланыусы ролен үтәй. Битараф ҡараш арҡаһында юл ситтәре, контейнер эргәһе, тирә-яҡ туҙышып ята. Берәүҙәр сүп йыйыу майҙансығын төҙөй, кемдер уны хеҙмәтләндерә, тәртиптә тота, өсөнсөләр сүп ташый, эшкәртә. Көнкүреш ҡалдыҡтары оҙон юл үтә. Көн һайын быны еренә еткереү өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Кешеләр шуны аңлап ҡабул итһен, тәртипкә өйрәнһен ине.

“Түләмәнем һәм түләмәйәсәкмен”

Граждандар араһында төбәк операторы менән килешеү төҙөмәгән, тейешле хаҡ индермәгән, әммә контейнерҙар, сүп ташыу хеҙмәтен файҙаланып йәшәгәндәр бар. Был ирекле тормоштоң да бер сиге буласаҡ. Оҙаҡламай төрлө инстанциялар түләнмәгән бурысты ҡаплатыуҙа ҡатнашасаҡ. Миҫал өсөн, кемдеңдер субсидияһы кәмейәсәк, ҡайҙандыр документ юллау ҡатмарланасаҡ, сөнки һеҙҙең бурысығыҙ дөйөм базала күренәсәк. Шулай уҡ берәй яҡҡа күсенгән, әммә прописканан төшмәгән осраҡта ла сүп-сар өсөн айлыҡ түләү барырға тейеш.

Әйтергә кәрәк, беҙ төбәк операторы менән килешеү төҙөмәгән бер ойошманың да сүбен ташымайбыҙ, штраф күләме – 1 миллион һум. Реестр буйынса төҙөлгән махсус маршруттан тайпылырға, үҙаллылыҡ күрһәтергә хоҡуғыбыҙ юҡ.

Дәүләт ярҙамы

 

Беҙҙең ойошма йыл һайын тиерлек дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнаша. Субсидияға үҙ аҡсабыҙҙы ҡушып техника паркын яңыртабыҙ, көнкүреш ҡалдыҡ­тарын айырыу, ваҡлау системаларын һатып алабыҙ. Бындай ярҙам тотороҡло эшләгәндәргә бик ыңғай тәьҫир итә. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙамды ала ла, юҡҡа ла сыға. Ә бына ышаныслы аҙымдар менән алға барған предприятиелар дәүләткә барыбер бурысын ҡайтара: яңы эш урындарын булдыра, һалым, башҡа түләүҙәр түләй.

Әлиә ӘМИРОВА.

 Автор фотолары.

Сетерекле  мәсьәлә - йәмғиәт бәләһе, әммә уны аңлағандар бармы?
Сетерекле мәсьәлә - йәмғиәт бәләһе, әммә уны аңлағандар бармы?
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: