Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙың матур кәсебе бар

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала район ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларын кейеҙ һәм быйма баҫыу кәсебе менән таныштырҙы. Сара Кесе Ватан өсөн изге эштәр йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала район ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларын кейеҙ һәм быйма баҫыу кәсебе менән таныштырҙы. Сара Кесе Ватан өсөн изге эштәр йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Ошо урында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 8 «Б» класы уҡыусылары менән берлектә был сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Бикә Юлмөхәмәтованың тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк. Уҡыусылар ныҡышмаллыҡ талап иткән был кәсептең дә үҙ нескәлектәре барлығын эш барышында төшөндө. Уларҙың кейеҙҙән ҙур булмаған япма баҫып, унда хәрефтәр төшөрөү теләген белдереүе халыҡ кәсебенә ҡыҙыҡһыныу уятыуын күрһәтте.

Сара сағыу байрамға әйләнде. Кескәйҙәр өсөн махсус ҡалыптар ярҙамында һарыҡ йөнөнән тапочка, сувенир быйма баҫыу ҙа улар өсөн асыш булды. Төрлө биҙәктәр һалыуҙы ла  һәр кем үҙ фантазияһы менән башҡарҙы. Класс етәксеһе Гөлназ Ишбаеваны  уҡыусыларының ныҡышмал булыуы һоҡландырҙы.

Сараға килгән ағинәйҙәр муйынсаҡ, сәскә яһау буйынса ла оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Аптраҡ ауылынан Рәйсә Зәйнәғәбдинова, Рима Сәйетбатталова үҙ тәжрибәһен башҡалар менән ихлас бүлеште. Ҡорамасы Гөлнара Игебаева уҡыусыларҙы киләсәктә үҙ кәсебе нескәлектәренә төшөндөрөргә теләк белдерҙе. «Күңел ҡурҡа, ҡул - батыр» тиҙәр, ысынлап та, ҡыҙыҡһыныу булһа, ябай ғына нәмәнән бына тигән ижад өлгөһө тыуа. Һарыҡ йөнөнән дә йомшаҡ аяҡ, өҫ кейемдәре һәм башҡа бик күп әйбер әҙерләргә мөмкин, бының өсөн теләк һәм йыуып тетелгән һарыҡ йөнө генә кәрәк. 

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.    

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: