Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Март 2023, 13:20

Кеше эше менән данлы

«Атайсал» проекты - кешеләрҙең берҙәмлеген һәм татыулығын сағылдырған, халҡыбыҙға хас өмә йолаһын дауам иткән күркәм башланғыс. Тыуған төйәген йәмләүгә, уны йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индергәндәр араһында матди мөмкинлеге булған етәкселәр, эшҡыуарҙар ғына түгел, ҡулынан килгәнсә ихлас ярҙам күрһәтергә тырышҡан ябай, изге һәм киң күңелле кешеләр ҙә бар.

Тәҡдим ителгән һәм тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса беҙҙең район алдынғыларҙан һанала.

Ауылдарҙа ла был изге ғәмәлгә ҡушылыусылар байтаҡ. Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венир ИСЛАМҒОЛОВ менән ул етәкләгән биләмәнең илһөйәр кешеләрен барланыҡ.

Венир Юнир улы әйтеүенсә, изге эш башҡарғандарҙың күбеһе үҙе тураһында һөйләгәнде, эшен башҡаларға күрһәткәнде оҡшатып етмәй, сөнки уларҙың барыһы ла ихлас күңелдән ярҙамлаша һәм быны үҙенең бурысы итеп һанай. Һәр кем уны хәленән һәм ҡулынан килгәнсә башҡара: кемдер объекттар төҙөкләндерһә, икенселәр матур саралар ойоштора йә үҙе йәшәгән биләмәне тәртипкә килтерә. Һанай китһәң, һоҡланғыс миҫалдар бик күп һәм ул ғәмәлдәрҙең һәр ҡайһыһы иғтибарға һәм маҡтауға лайыҡ.

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең киләһе һанында баҫыла.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: